Яңылыҡтар
17 Февраля 2022, 06:16

Айыуға һунар итеүгә рөхсәт

Башҡортостанда айыуға һунар итеүгә рөхсәт ҡағыҙы бирелә башланы.

Айыуға һунар итеүгә рөхсәтАйыуға һунар итеүгә рөхсәт
Айыуға һунар итеүгә рөхсәт

Хаҡы 25,5 мең һумлыҡ документтарҙы Башҡортостандың Һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһында алырға мөмкин.

Башҡортостанда айыуға һунар рөхсәт ителгән осор 21 мартта башлана һәм 10 июндә тамамлана. Архангел, Асҡын, Баймаҡ, Балаҡатай, Бөрйән, Ғафури, Дыуан, Йылайыр, Ҡариҙел, Нуриман, Салауат, Тәтешле, Учалы, Хәйбулла, Яңауыл райондарында йәнлектәрҙе атып алырға рөхсәт ителде.

БАШИНФОРМ.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-02-16/v-bashkirii-nachali-vydavat-razreshenie-na-dobychu-medvedya-2695786

Автор:
Читайте нас