Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Февраль 2022, 11:09

Мутлашыусылар йоҡламай

Мутлашыусылар тураһында иҫкәртеүҙәр булып тороуға ҡарамаҫтан, улар ҡулына йәштәр ҙә эләгә.

Мутлашыусылар йоҡламай
Мутлашыусылар йоҡламай

Дежур часҡа 19 йәшлек ҡыҙ ғариза менән мөрәжәғәт итә. Уның һүҙҙәренсә, социаль селтәрҙә 50 мең һум аҡса отоуы тураһында хат килә. Виртуаль хәбәрләшеүсе аҡсаны алыу өсөн башта - 900, унан йәнә 2417 һум комиссияны түләргә кәрәк булыуы тураһында әйтә. Билдәһеҙ иҫәпкә аҡсаны күсергәндән һуң, ҡыҙҙың 50 мең һум аҡсаны ҡулына алмауы билдәле инде.

Йәнә лә ҙурыраҡ сумманан 36 йәшлек урында йәшәгән ҡатын ҡолаҡ ҡаға. Уның һүҙҙәренсә, банктың хәүефһеҙлек белгесе шылтыратып, уның исеменән кемдеңдер кредит алырға маташыуын хәбәр итә. Санкцияланмаған эште туҡтатыу өсөн телефонға килгән кодты хәбәр итергә кәрәк була. Банк клиенты башта уның һүҙҙәренә ышана һәм кодты хәбәр итә. Шунан ғына банктың “ҡыҙыу” телефонына шылтыратып мутлашыусы менән хәбәрләшкәнлеген белә. Ысынлап та, уның исеменән 441 һум кредит алынған һәм шунда уҡ аҡса иҫәптән күсереп алынған.

Һуңғы ике факт буйынса полиция тикшереү эштәре алып бара.

Гүзәл Дронова, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:
Читайте нас: