Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Февраль 2022, 12:12

Рәми рухы мәңге тере

Ҡаланың “Күк ҡош” балалар китапханаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған “Килер бер көн” исемле кисә үтте.

Рәми рухы мәңге тере
Рәми рухы мәңге тере

Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының “Йәншишмә” клубы ағзалары - VIII “а” һәм “б” класы уҡыусылары, уҡытыусылары һәм китапханасылары ҡатнашлығында үткән сараны китапханасы Сөмбөл Мырҙағолова әҙерләп алып барҙы.

“Беҙ һеҙҙең менән шағир көндәлегенә күҙ һалып, тормош юлына уның күҙлеге аша ҡарарға, шиғырҙары менән танышырға йыйылдыҡ. Уның әҙәби донъяһы серле лә, фәһемле лә, мауыҡтырғыс та. Әҫәрҙәре бөгөн дә беҙҙең күңел донъябыҙҙы яҡтыртып, байытып килә, тиҫтәләгән йылдар үтһә лә улар үҙенең актуаллеген юғалтмай. Үҙенең оҙон булмаған ғүмер юлында туған теле өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер булған, уны яҡлауға, һаҡлауға бар ижадын бағышлаған ул. Был хеҙмәте әл  бик күп йылдарға етәсәк”, - тип башланы кисәне Сөмбөл Солтан ҡыҙы.

Шағирға арналған документаль фильм өҙөктәре аша уның ижады, тормош юлы менән таныштырылды, “Әсәм ҡулдары”, “Яндырылған хаттар”, “Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай”, “Мәскәү” кеүек шиғырҙары төрлө авторҙар уҡыуында видеояҙманан күрһәтелде, Рәми Ғарипов шиғырҙарына композиторҙар ижад иткән йырҙар яңғыраны. Айырыуса “Туған тел” шиғырына ныҡлы иғтибар бирелде, һәр юлы гимн булып яңғыраған шиғырҙы уҡыусылар бергәләп уҡыны. Рәми Ғариповтың ҡыҙы Гөлнараның атаһы тураһында һөйләгән хәтирәләре, Булат Йосоповтың “Шағир көндәлеге” яңы фильмынан өҙөктәр күрһәтелде.

Әйткәндәй, был фильм республика халҡы, Башҡортостан Башлығы, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, “Башҡортостан”, Свердловск киностудиялары һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ярҙамында төшөрөлгән тәүге фильм. Кинокомпания хәбәр итеүенсә, фильм Өфөлә, Шишмә районында, Һамар ҡалаһында төшөрөлгән. Унда 53 профессиональ актер ҡатнашҡан, шағирҙың шәхси әйберҙәре ҡулланылған. Ижади төркөмгә 60-70-се йылдарҙың көнкүреш әйберҙәрен табыуҙа республика халҡы ла ярҙам иткән. Проекттың пресс-секретары Гөлнара Яруллина әйтеүенсә, кинотаҫма кинофестивалдәргә сыҡҡандан һуң, уның премьераһын күрһәтеү планлаштырыла. Шулай уҡ картинаның Бөтә Рәсәй прокатына сығыуы ла күҙаллана.

Рәми Ғариповтың юбилейына арналған кисәгә йыйылыусылар шағирҙың ижад юлы, ул йәшәгән йылдарға сәйәхәт ҡылып ҡына ҡалманы, “Ҡайтам, ҡайтам, йырҙарыма ҡайтам” тип исемләнгән, уның китаптарынан торған бай күргәҙмә менән дә танышты.

Шулай уҡ “Күк ҡош” балалар китапханаһында Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йылға ҡарата ике аҙна дауамында мәғлүмәт көндәре барҙы. Уның сиктәрендә китапханасылар, библиографтар китапханаға килгән балаларҙы китап күргәҙмәһе менән таныштырҙы, шағирҙың тормош юлы тураһында һөйләнеләр. Балалар уның шиғырҙарын алып уҡынылар, төрлө викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: