Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Февраль 2022, 16:30

Юл хәүефһеҙлеге - беҙҙең хәүефһеҙлек

Район-ҡала биләмәһендә юл фажиғәләре, уларҙы кәметеү өсөн ниндәй саралар күрелеүе тураһында район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә бүлеште.

Юл хәүефһеҙлеге - беҙҙең хәүефһеҙлек
Юл хәүефһеҙлеге - беҙҙең хәүефһеҙлек

- Белоретта юлдары республикала иң матурҙары ғына түгел, иң ҡатмарлылары ла. Моғайын күптәр йыш ҡына Өфө яғына юлланалыр һәм ҡот осҡос аварияларҙың шаһиты булғандыр. Йәй көнө үҙемә мотоцикл менән идара итеүсенең үлеменә килтергән юл фажиғәһен күрергә тура килде, егет юғары тиҙлектә “тимер ат” менән идара итеүҙе юғалтып, юл ҡоймаһына барып бәрелә.

Беҙҙә хәүефле юл участкаларында телефон бәйләнеше юҡ. Һауа торошо тотороҡһоҙ, йә ямғыр, йә ҡар яуа, томан, боҙлауыҡ һәм башҡалар.

Фажиғәләрҙең төп сәбәптәре булып, тиҙлекте арттырыу, рөхсәт ителмәгән урында алдағы машинаны уҙыу тора. Был хәл трассанан ситкә төшөп китеү, башҡа транспорт, йәки мал менән бәрелешеү, йәйәүлеләрҙе төкөүгә килтерә.

Уҙған йылда ғына Белорет районы юлдарында 20 кеше һәләк булған, 141-е төрлө тән йәрәхәттәре алған. Йәмғеһе 96 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән.

Күпселек осраҡта үлемесле авариялар Өфө-Инйәр-Белорет трассаһында осраған (6 кеше) һәм Белоретта 4 кешенең ғүмере өҙөлгән.

Бөгөнгө көндә ҡалала - 15, Әзекәй, Инйәр һәм Асы ауылдары эргәһендә  3 фотовидеофиксациялау камералары эшләй. Әлбиттә, был район өсөн етерлек түгел. Шунлыҡтан өҫтәмә камералар һәм юл билдәләре ҡуйыу мәсьәләһен хәл итәбеҙ.

Быйылғы йылда республиканың юл хужалығы идаралығы район юлдарында 20 камера ҡуясаҡ. Әлеге көндә улар 7 камераны Өфө-Инйәр-Белорет, Сермән-Белорет-Магнитогорск, Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск, Белорет-Учалы-Миәс йүнәлешендә монтажлай.

Уҙған йыл эсендә район биләмәһендә 300 юл билдәһе ҡуйылһа, быйыл әлегә 20-не ҡуйыу планлаштырылған. Улар район-ара, урындағы һәм  төбәк әһәмиәтендәге юлдар.

Бөтә камералар ҙа эшләй башлағас, уларҙың ҡайҙа урынлашыуын мотлаҡ хәбәр итәсәкмен. Был камераларҙың юлдарҙағы аварияларҙың, үлемесле осраҡтарҙың кәмеүенә булышлыҡ итеүенә ышанғы килә.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарғыҙҙы һаҡлағыҙ!, - ти Андрей Иванович.

 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: