Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Март 2022, 10:45

Кескәйҙәрҙә ҡунаҡта

Йәш быуында тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү, Ватаныбыҙҙың именлеген һаҡлау һәр ир-егеттең изге бурысы икәнен үҫеп килгән быуынға аңлатыу бик мөһим.

Кескәйҙәрҙә ҡунаҡта
Кескәйҙәрҙә ҡунаҡта

Ошоно күҙ уңында тотоп, Манышты ауылы ағинәйҙәре һәм ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ағзалары - Сажидә Йомағужина, Зилә Сәмситдинова, Вәсимә Миһранова, Рәйлә Мөлөкова Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан  балалар баҡсаһында байрам ойошторҙо. Улар һөйләгән әкиәттәр малайҙарҙы батыр, көслө булырға, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа, сынығып үҫергә өйрәтә. Инәйҙәр таратҡан күстәнәстәр, Зилә Ғилманова бүләк иткән китаптар кескәйҙәргә бигерәк тә оҡшаны. Улар рәхмәт әйтеп, ололарға матур йыр бүләк итте.

Әйткәндәй, Манышты ауылы халҡы үҙенең берҙәм һәм әүҙем булыуын  “Айыҡ ауыл - 2021” конкурсында II  урын яулап дәлилләне. Был конкурс барышында ауылда Ирҙәр ҡоро барлыҡҡа килде, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы тергеҙелде һәм улар ауылды үҫтереү, уны матурайтыу, атайсалыбыҙҙы йәнләндереү, йәш быуынға лайыҡлы тәрбиә биреү өлкәһендә бик күп изге эштәр атҡаралар. Конкурс тамамланһа ла, был юҫыҡтағы эштәрен дауам итәләр.

Зилә Сәмситдинова.

Автор:
Читайте нас: