Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Март 2022, 16:49

Саҙретдин Ғәлин иҫтәлегенә саңғы ярышы үтте

Ватанды һаҡлаусылар көнөндә Уҫманғәле ауылында һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, уҡытыусы Саҙретдин Ғәлин иҫтәлегенә саңғы ярышы үтте. 

Саҙретдин Ғәлин иҫтәлегенә саңғы ярышы үтте
Саҙретдин Ғәлин иҫтәлегенә саңғы ярышы үтте
Саҙретдин Ислам улы һуғыштан һуң Йөйәк, Ғәбдөк ауылдарында уҡытһа, аҙаҡ тыуған ауылы Уҫманғәлелә география, хеҙмәт, физкультура дәрестәрен алып бара. Тыуған яҡҡа, спортҡа һөйөү тәрбиәләү маҡсатында уҡыусыларын походтарға, экскурсияларға йөрөтә. Төбәк, районда үткәрелгән ярыштарҙа мәктәп командаһы призлы урындар яулай. Һуңынан уның мәктәпте тамамлап сығып киткән уҡыусылары үҙҙәре уҡыған, эшләгән урындарының намыҫтарын яҡлап, ярыштарҙа ҡатнашалар. Һәр саҡ ауылдаштарыбыҙҙың - Фуат (мәрхүм), Рауил, Рәмил, Кәримә, Рим Исламовтарҙың, Тимерғәле (мәрхүм), Нурғәле, Иҫәнғәле Мырҙағәлиндарҙың, Салауат Мөхәмәтдиновтың, Лиҙә Усманованың, Флүрә Нәғимованың, Әлфирә Ғәйнетдинованың төрлө сараларҙа ҡатнашҡанын ишетә килдек.
23 февраль иртәнән үк ҡаҙанда тәмле былау бешереп, самауырҙар ҡайнатып, саңғы ярыштары уҙғарып, ауылдаштар менән бергә матур байрам ойошторолдо. Сараны ауыл старостаһы Самат Бәхтиәров асып, ир-егеттәрҙе байрам менән ҡотланы, Афған һуғышы яугирҙарына - Ринат Усмановҡа һәм Вадим Ғәлиәхмәтовҡа бүләктәр тапшырҙы. 
Артабан һүҙҙе Саҙретдин Ислам улының уҡыусылары алды. Рауил Исламов: “Саҙретдин ағай беҙҙә спортҡа һөйөүҙе ныҡлы тәрбиәләне. Физкультурала саңғынан төшмәнек, йүгерҙек. Сынығыу ҙа яҡшы булды. Артабан техникумда уҡығанда ла, армияла хеҙмәт иткәндә лә саңғы ярыштарында йыш ҡатнаштым. Саҙретдин ағай үҙенең уҡыусыларында ихтыяр көсөн үҫтереүгә ныҡ булышлыҡ итте”, - тине.
Иҫәнғәле Мырҙағәлин: “Саҙретдин Ислам улы менән ауыл тирәһендәге бөтә яландар буйлап саңғыла йөрөй инек. Үҙе алдан юл һалып бара торғайны. Ҡышҡы спорт сезонын ноябрҙә үҡ башлай ине. Ниндәй генә ярыштарҙа ҡатнашһаҡ та, ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, беҙҙе үҙ балалары кеүек ҡурсалап йөрөттө. Ысынлап та, ул беҙҙе ныҡышмал, көслө рухлы, түҙемле булырға өйрәтте,”- тип хәтерләне.
Саҙретдин Ислам улының иң алдынғы уҡыусыларының береһе Кәримә Исламова 1975 йылда Белорет ҡалаһына ярышҡа самолет менән осоуҙарын, биатлон буйынса I урын алып ҡайтыуҙарын, уҡытыусыларының уларҙы үҙ балаларылай ҡарауын, терәк булыуын әйтеп үтте.
Саңғы ярышын ир-егеттәр дәррәү башланы. Һуңынан ҡатын-ҡыҙҙар дауам итте, балалар ҙа ҡалышманы. Ярышта ҡатнашҡандарҙың барыһын да Әфинә Саҙретдин ҡыҙы бүләктәр менән ҡыуандырҙы. Әфинә апай һәм ҡатын-ҡыҙҙар әҙерләгән тәм-томдар, Айгөл Ғүмәр ҡыҙы бешергән былау телеңде йоторлоҡ тәмле булды. Байрам барышында күңелле музыка яңғырап торҙо, ҡунаҡтар һәм ауылдаштар гармун моңдарына бейеп күңел астылар.
Ауылдаштар һәм ойоштороусылар Саҙретдин Ислам улының иҫтәлегенә арналған ярышты киләһе йылдарҙа ла үткәрергә тигән ҡарарға килеп таралыштылар.
 
 Нәркәс Баһауетдинова.
Автор:
Читайте нас: