Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Май 2022, 16:00

Бер ултырып сәй эсәйек!

Бөгөн Халыҡ-ара сәй көнө икән. Башҡорт халҡының аш-һыуында сәй ҙур урын тота. 

Бер ултырып сәй эсәйек!
Бер ултырып сәй эсәйек!

Ә бит сәй эсмәгән башҡортто осратып булмай. Булһа ла улар бик һирәк. Электән сит илдән килтерелгән сәйҙәрҙе һатып алғандар, шулай уҡ мәтрүшкә, ҡарағат, сейә, төрлө еләктәрҙең япраҡтарын, боланутты ошо маҡсатта файҙаланғандар.

Сәй байрамын индереү резолюцияһы 2019 йылдың 21 декабрендә хәл ителә. Тиҙҙән, 2020 йылдың 21 майынан был байрам билдәләнә лә башлай.
Был байрам быуаттар буйына һуҙылған матур йоланы тергеҙеү маҡсатында үткәрелә лә инде. Байрамды уйлап сығарыусылар кешеләргә һәр сынаяҡҡа яһалған сәй тирәһендә ҡайнаған сәй индустрияһы тураһында хәбәр итергә теләк белдерәләр.
Башта сәй дарыу сифатында ҡулланылған. Уны эсемлек итеп файҙаланыу Ҡытайҙың Тан династияһы хакимлыҡ иткән осорҙа (618—907 йылдар) киң таралған.
Сәй эсәйек, әсәй, бер ултырып,
Йәшел кәсәләрҙе тултырып.
Эс бушатып, серҙәр сисешәйек,
Ығы-зығыларҙан арынып.
Маңлайыңа тағы һыр өҫтәлгән,
Күңелеңде, әйтсе, кем ҡыйҙы,
Күҙҙәреңдә һағыш, әрнеү ҙә бар,
Сәсеңдә лә күрәм аҡ ҡарҙы.
Моңаймасы, әсәй, мин яныңда,
Ҡосаҡлап бер, ҡана, үбәйем.
Килер көндәреңде аҡ бәхеткә,
Шатлыҡтарға ғына күмәйем.
(Гөлсәсәк Торомтаева).

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: