Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Май 2022, 16:56

ТѲП БҮЛӘГЕБЕҘ - микротулҡынлы мейес!

Хѳрмәтле гәзит уҡыусылар!"Урал" гәзитенең 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан гәзит уҡыусыларыбыҙға бик шәп бүләктәр отторабыҙ. Әле район-ҡалала гәзиткә яҙылыуҙың иң ҡыҙыу осоро бара. 2022 йылдың икенсе ярты йыллығына тиҙ генә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргән гәзит уҡыусыларыбыҙ был юлы айырыуса отор, гәзит тә уҡып ҡыуаныр, бүләкле лә булыр.

ТѲП БҮЛӘГЕБЕҘ - микротулҡынлы мейес!
ТѲП БҮЛӘГЕБЕҘ - микротулҡынлы мейес!

6 айға - 895 һум 50 тин, 3 айға - 447 һум 75 тин.

I һәм II тѳркѳм инвалидтарына ташламалар бар. Гәзиткә яҙылғанда ташламалы хаҡҡа хоҡуғығыҙҙы раҫлаған таныҡлығығыҙҙы күрһәтергә кәрәк. Гәзиттең электрон версияһына яҙылырға теләгәндәр ҙә бар. Гәзит сыҡҡан кѳндә үк электрон версияһы һеҙҙең телефонығыҙға ватсап аша, йә компьютерығыҙға ебәрелә. Тѳҫлѳ гәзитте телефон аша уҡып ҡыуанырһығыҙ. Уның хаҡы - 600 һум.

Хѳрмәтле милләттәштәр, гәзит аҙнаһына 1 тапҡыр 12 бит булып сыға. Ошо сәбәпле уның хаҡы ла күпкә осһоҙланды. Ярты йылға 895 һум 50 тин булып ҡалды. Юбилей йылында гәзит уҡыусыларға отторған бер бүләк хаҡы ла был сумманан ҙурыраҡ. Йылдар дауамында килгән матур традициябыҙҙы дауам итеп, аҙна һайын бүләктәр уйната башлайбыҙ. Бик күп бүләктәр араһында тѳп бүләгебеҙ ҙә бар, ул - микротулҡынлы мейес!

"Урал" гәзитенә яҙылып, квитанцияғыҙҙы редакцияға алып килегеҙ йәки почта, кеше аша ла ебәрә алаһығыҙ. Ватсап менән дуҫ булғандарҙан, ватсап аша ла ҡабул итәбеҙ.

Иғтибар: бүләктәр гәзиткә ярты йылға яҙылғандарға ғына отторола! Адресыбыҙ: Белорет ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 55/1. "Урал" гәзите редакцияһы.

II ярты йыллыҡҡа гәзиткә ташламалы хаҡҡа яҙылыу ѳсѳн июндең тәүге кѳндәрендә декада иғлан ителә. Был ун кѳнлѳктә "Урал" гәзитенә тағы ла осһоҙораҡ хаҡҡа яҙылырға мѳмкин. Декада хаҡтары: 6 айға - 793 һум 32 тин, ѳс айға - 396 һум 66 тин. Декада тураһындағы иғланды гәзиттән күҙәтеп барығыҙ.

Гәзиттең Интернет тѳркѳмдәрендә лә ун кѳнлѳк тураһында иғлан булыр.

ТѲП БҮЛӘГЕБЕҘ - микротулҡынлы мейес!
Хужабикәләр ѳсѳн микротулҡынлы мейес - алыштырғыһыҙ дуҫ. Ул - беҙҙең ярҙамсыбыҙ, тормошобоҙҙо еңеләйтеүсе, ваҡытыбыҙҙы экономиялаусы. Был мейесте дѳрѳҫ файҙаланғанда унда телеңде йоторлоҡ әллә нисә тѳрлѳ, тәмле ризыҡ әҙерләргә мѳмкин.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: