Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Июль 2022, 12:09

Афарин, хәйбуллалар!

Район-ҡалабыҙҙа иртә яҙҙан йорт-ҡураларҙы, зыяраттарҙы тәртипкә килтереү, сүп-сарҙан таҙартыу матур ғәҙәткә әйләнгән. Хәйбуллалар ҙа ауыл депутаты Наил Вәлиевтың инициативаһы менән ата-бабалары ятҡан ике зыяратты кәртәләп алыу тураһында  йыл башынан уҡ аҡса йыя башланылар. Уның тәҡдимен ауыл халҡы һәм ситтә йәшәгән ауылдаштар дәррәү күтәреп алды.

Афарин, хәйбуллалар!
Афарин, хәйбуллалар!

Йыйылған суммаға Белореттан материалдар һатып алынғас, Хәйбулла ир-егеттәре бағаналар әҙерләгәс, өмә үтәсәк көн билдәләнде. Рәхим, Шамил, Сәлим, Дамир, Наил Вәлиевтәр, Исфар Лоҡманов был изге ғәмәлде атҡарыуҙа әүҙемлек күрһәттеләр, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа уларҙы тәмле аш-һыу менән һыйланы. Рәйфә Лоҡманова ҡорбанға һарыҡ бирҙе. Зыяраттарҙы кәртәләү менән бер рәттән иҫке ағастарҙан, сүп-сарҙан таҙарттылар. Ярҙамға ошо ауылда тыуып үҫеп, Ғафури районында йәшәгәндәр ҙә  килде.  Был изге ғәмәлде тамамлау буйынса йәй дауамында йәнә бер өмә үтәсәк.

Өмәлә ҡатнашҡандарға, ойоштороусыларға, финанс ярҙамы күрһәткәндәргә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Хәйбуллалар тарафынан эшләнгән изге эш ысын мәғәнәһендә барыһы өсөн дә үрнәк булып тора. Был ата-бабаларыбыҙ рухына, иҫтәлегенә арналған, һәр кемдең ҡулынан килгән эштәрҙең береһе ул.

Шулай уҡ Егәҙе ауыл хакимиәте планына Бәләкәй Шешәнәк йылғаһы аша йәйәүлеләр өсөн күперҙе ремонтлау индерелгән. Унда ла ауыл халҡының берҙәм һәм әүҙем булыуын теләп ҡалабыҙ.

 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: