Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Август 2022, 10:52

Янғындан зыян күргәндәргә ярҙам итәйек!

Ағас йорт тиҙ арала шатырлап яна башлай һәм яҡын ғына урынлашҡан күрше ѳйҙәргә лә янғын янай. Янғын машиналары килгәнсе, ауыл халҡы берҙәм генә күрше йорттарҙан да әйберҙәрҙе урамға сығара. Янғын һүндереүселәр килеп дѳрләп янған утты һүндергәндә йорт ныҡ зыян күрә һәм кеше йәшәрлек хәлдә булмай.

Белорет районының Аҙналы ауылында иртәнгә сәғәт 10-дар тирәһендә йорт янып китә. Ярҙамға ашыҡҡан кешеләр әйтеүенсә, янғын һарай яғынан башлана. Ауыл халҡы янғын башланған ергә тиҙ арала килеп етә һәм уны үҙ кѳстәре менән һүндерергә  тырыша. Янғын һүндереүселәр килгәнсе биҙрәләп һыу ташып, утҡа ҡаршы тороп ҡарайҙар. Әммә ағас ѳй тиҙ арала шатырлап яна башлай һәм яҡын ғына урынлашҡан күрше йорттарға ла янғын янай. Янғын машиналары килгәнсе, ауыл халҡы берҙәм генә күрше йорттарҙан да әйберҙәрҙе урамға сығара. Ике янғын машинаһы килеп мәктәптәге янғын гидрантынан һыу алып дѳрләп янған утты һүндергәндә йорт ныҡ зыян күрә һәм кеше йәшәрлек хәлдә булмай инде. Әммә күрше йорттарға янғын һикереп ѳлгѳрмәй. 
Ауылға был кѳндѳ Интернет үткәрергә килгән хеҙмәткәрҙәр ҙә ҙур ярҙам күрһәтте, улар ҙа үҙ эштәрен ташлап, утты һүндереште. Янғындың артабан таралыуына юл ҡуйылманы, ти ауыл халҡы. 
Янғын башланғанда йорт хужалары ѳйҙә булмай сыға. Ауыл кешеләре был йорттан арлы-бирле кейемдәрҙе генә сығарып ѳлгѳрә. Ғаилә бер нәмәһеҙ тороп ҡала. Был йортта 58 йәшлек Зифа Тимерғәлиева  йәшәгән. Әзекәй хакимиәте башлығы Нажия Вәлиева әйтеүенсә, Зифа Тимерғәлиева менән  уның улы, килене һәм ейәнсәре, ейәне торған. 

- Ғаилә бер нәмәһеҙ тороп ҡалды. Ғаиләлә ике бала бар. Ҡыҙ бала 4 йәштә, малайға 3 йәш кенә әле. Ҡатындар 44-46, 50-52, ир кеше 46-48 үлсәмле кейемдәр кейә. Ғаилә ваҡытлыса бер буш торған йортҡа күсерелде. Әммә был йорттоң түшәме аға, таҡталар һәм ҡыйығын йүнәтергә тимер ҙә кәрәк. Бәләгә тарығандарға ярҙам ҡулы һуҙайыҡ. Ғаиләгә йәшәү ѳсѳн бар нәмә лә кәрәк. Шуның ѳсѳн янғын күргән ғаиләнең телефон һандарын күрһәтәбеҙ: 8-961-039-20-31 (Тимерғәлиева Розалина Рәжәп ҡыҙы). Телефон һандары Сбербанк картаһына бәйләнгән. Әлегә был ғаилә яҙмышына битараф булмаған кешеләр мебель, кейем килтерә башланылар,
ти Нажия Динислам ҡыҙы.

Әгәр ҙә был йортто йәшәрлек хәлгә килтерә алмаһалар, Аҙналы ауылында буш торған элекке китапхана бар. Әлбиттә, был йорт та бик күптәнге. Шулай булыуға ҡарамаҫтан,  утың электр уты  бар, газ үткәрелгән. Беҙ шылтыратҡанда Нажия Динислам ҡыҙы тап ошо мәсьәлә буйынса һѳйләшеү алып бара. ине. 

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: