Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Август 2022, 16:11

“Минең ише һөйөнөргә яҙһын!”

Зәйнәп Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә бер юлы өс авторҙың әҫәрҙәре тупланған китап донъя күрҙе.

“Минең ише һөйөнөргә яҙһын!”
“Минең ише һөйөнөргә яҙһын!”

Унда яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, Яныбай Хамматов исемендәге премия лауреаты, хеҙмәт ветераны, актив йәмәғәтсе Мансур Һиҙиәтовтың “Ҡышҡы күкрәү”, “Күк юлдары”, Риф Йөҙлөкбаевтың “Ләйсән”, “Паром”, Радик Әхмәтовтың “Миллионер Әҙеһәм” исемле повестары тупланған. Китаптың тиражы 700 дана.

- Әҫәрҙәремде китап нәшриәтенә бик күп йылдар элек тапшырғайным. Ниһайәт, повестарым тупланған китапты ҡулыма алдым. Яҙыусы өсөн бынан да ҙурыраҡ шатлыҡ юҡтыр. Киләсәктә юбилейыма ҡарата айырым китап сығарыу уйы бар. Әле яҙаһы повест,хикәйәләр бик күп. Әҙәбиәт өлкәһенә һуңлабыраҡ, хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына килеүемә ҡарамаҫтан, әҫәрҙәремде үҙ итеп, яратып уҡығануҡыусыларым барлығы миңә дәрт өҫтәй, ҡулыма ҡәләм алырға этәрә.
Билдәле, “Китап” нәшриәтендә китап баҫтырып сығарыу еңел һәм тиҙ эшләнә торған эштүгел. Башта бик күп тейешле инстанциялар,тикшереүҙәр, мәшәҡәттәр аша үтәһең, унансиратың еткәнен көтөргә кәрәк. Ошо сәбәпле хәҙер ҡәләм тирбәтеүселәр үҙнәшер юлыменән китап баҫтырыуҙы хуп күрә. Ниндәйюл менән генә сығарһалар ҙа, иң мөһиме -ул уҡымлы, хаталарһыҙ булһын. Киләсәктәҡәләмдәштәремдең, яҡташтарымдың да минең ише буяу еҫе аңҡып торған китаптарынкүкрәктәренә ҡыҫып һөйөнөргә яҙһын! - тиМансур Яҡшыбай улы.



Автор:Расима Салихова
Читайте нас: