Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Сентябрь 2022, 14:48

Бай тарихлы ауыл

Уҙған шәмбелә Сермән ауылы үҙенең 320 йыллыҡ юбилейын билдәләне.

Бай тарихлы ауыл
Бай тарихлы ауыл

Байрам сараһы “Әс-Сәләм” мәсетен рәсми рәүештә асыу менән башланып китте.

Артабан “Яҡташтар аллеяһы” на нигеҙ һалынып, унда ағастар ултыртылды. Ул урындағы Ил сиге һаҡсылары-ветерандары берләшмәһе тәҡдиме менән булдырылды.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарға арнап ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалынғас, барыһы ла Сермән күп тармаҡлы ауыл клубына байрамдың төп өлөшөнә рәхим ҡылды. Унда муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары
Илгиз Теләүбаев Сермән ауылының бер төркөм актив йәмәғәтселәренә хакимиәттең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы; ауыл хакимиәте башлығы Айытбай Әйүпов сермәндәрҙе ауылдың күркәм юбилейы менән ҡотланы, уның үҫешенә, матурайыуына бергәләп өлөш индерергә саҡырҙы һәм шулай уҡ ауыл активистарын Маҡтау грамоталары менән билдәләне. Музыка мәктәбе уҡыусыларына үҙенең бүләктәрен Заһир Исмәғилевтең ҡыҙы-Ләйлә Заһир ҡыҙытапшырҙы. Китапханаға һәм ауыл музейына тарих фәндәре кандидаты Тимур Ғәли улы Динисламов китаптар бүләк итте.

“Йөрәгемдә тыуған илем” тип исемләнгән концерт барышында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фирғәт Ғарипов уҡыуындағы шиғырҙар ауылдаштарының күңеленә үтеп инде. Шулай уҡ яҡташтары Ғәзим Нәбиуллиндың джазда уйнауын, сәнғәтмәктәбе уҡыусыларының сығышын да дәррәү алҡышланы сермәндәр.

“Йондоҙ” бейеү ансамбленең “Кантри” дәртле бейеүен, “Сабата” татар бейеүен, “Алға, Рәсәй!” патриотик бейеүен бүләк итте улар. “Экспромт” вокаль ансамбле ҡунаҡтарға “Ҡышҡы романс” йырын башҡарҙы. “Йәшлек” бейеү ансамбле сығышы һәр ваҡыттағыса көслө алҡыштарға күмелде.

“Сермән кадриле” бейеүен өс быуын тәрбиәләнеүселәр һәм уҡытыусылар бейене. Концерт программаһына милли колоритты “Хәтирә” халыҡ фольклор ансамбле өҫтәне.

Иртә менән ауыл клубы фойеһында “Самауыр эргәһендә осрашыу” тип аталған йәрминкә ойошторолдо. Уҡыусылар, ауыл халҡы уға ныҡлы әҙерләнгән: төрлө бәлештәр, һөт ризыҡтары, баҡсала үҫкән төрлө йәшелсә-емештәр һәм башҡалар тәҡдим ителде. Ҡыҙҙар һәм малайҙар көр тауыштар менән һатып алыусыларҙы саҡырҙы. Күптәр ҡышҡылыҡҡа ҡорот, ҡайнатма, йәшелсәләр һатып алды. Регина Билалова иһә үҙ ҡулдары менән эшләгән һабынды ауылдаштарына тәҡдим итте.

Байрамға саҡырылған ҡунаҡтарҙы Сермән ауылы балалар баҡсаһы балалары һәм тәрбиәселәре әҙерләгән күргәҙмә ғәжәпләндерҙе. Улар ауылдың күренекле урындарының - күк күперҙең, Заһир Исмәғилевтең йорт-музейының, Сермән гербының, ил һаҡсылары һәйкәленең, “Мин яратам һине, Сермән” арт-объектының һәм башҡа урындарҙың мини-күсермәләрен эшләгән ине.

Күркәм сараларҙан йәштәр ҙә ситтә тороп ҡалманы. Улар юбилей айҡанлы үткәрелгән волейбол мини-футбол буйынса ярыштарҙа ҡатнашты.

Сермән ауылы музейында “Сермән оҫтабикәләре” берләшмәһе ағзалары ҡунаҡтарҙы дәртле йырҙар, таҡмаҡтар менән сәләмләп, үҙҙәренең ҡул эштәренә генә түгел, йыр-моңға ла маһир икәнлектәрен дәлилләнеләр. Венера Бикбаеваның аккомпанементы аҫтында ҡунаҡтарҙы бейергә саҡырҙылар. Венера Мәхмүт ҡыҙының баянда уйнауына Сермән ауыл советы ветерандары рәйесе Мостафа Харисов, “Һуғыш балалары” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы бүлеге рәйесе Александр Палтусов ҡушылды.

Музейға килгән ҡунаҡтар оҫтабикәләрҙең ҡул эштәренә һоҡланыуҙарын йәшермәне. Лариса Иҫәнбаеваның мәрйендәрҙән эшләнгән картиналары, Әлмира Исмәғилева менән Людмила Ҡорбанғәлиеваның семәрле күлдәк һәм кофталары, Рәхимә Суфиянованың, Сәлимә Тәҡиуллинаның, Роза Яҡупованың косынка һәм шәлдәре бер кемдең дә иғтибарынан ситтә ҡалманы. Шулай уҡ Нәфисә Раянова, Вәсилә Суфиянова, Роза Яҡупова үҙ эштәрен тәҡдим итте.

Музейҙа экскурсияны ауыл тарихын һаҡлаусы Рәмзиә Мамедова үткәрҙе, ул шулай уҡ ауыл тарихын бәйән итте. 2002 йылда ауыл 300 йыллыҡ юбилейын билдәләгән осорҙа Башҡортостан Республикаһы Министрлыҡтары кабинеты ауылға 300 урынлыҡ ауыл клубы төҙөү, дауаханаға реконструкция эшләү һәм Заһир Исмәғилевтең тыуған ауылына һыу үткәреү тураһында ҡарар сығарылыуы тураһында әйтеп үтте.

Ауылдың юбилейы айҡанлы ойошторолған саралар дискотека һәм фейерверк менән тамамланды.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: