Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Сентябрь 2022, 15:37

Теплицаны яҙға әҙерләйбеҙ

Теплицалағы йылылыҡ һәм дымлылыҡ йәшелсәләрҙе генә түгел, патоген флораны ла үҫтерә. Унда бәшмәк споралары, инфекциялар, бактериялар ҙа рәхәтләнеп үрсей. Ҡоротҡостар ҙа ҡышлар өсөн теплицаны һайлай. Шуға ла ҡышҡа теплицаны дезинфекциялап ҡалдырырға кәрәк.

Теплицаны яҙға әҙерләйбеҙ
Теплицаны яҙға әҙерләйбеҙ

Башта теплицаның эсен һәм тышын йыуығыҙ. Конструкцияның буялмаған металл элементтарын 9 процентлы аш һеркәһе менән йыуығыҙ, һуңынан 1 %-лы бордос шыйыҡсаһы менән эшкәртегеҙ. Буялған металл өлөштәрен содалы һыу менән йыуырға була. Ағас каркасты йыуыу өсөн составында хлор булған теләһә ниндәй шыйыҡса ярай. Унан һуң һүндерелгән известь менән ағартығыҙ. ПВХ торбаларҙы “Белизна” менән таҙартығыҙ (100 мл 1 л һыуға).

Теплица эсен һабынлы йәки сода ҡушылған һыу менән йыуһағыҙ ҙа була.

Дезинфекциялау: поликарбонат теплицаға ҡайһы берәүҙәр мочевина иретмәһе ҡуллана икән (бер биҙрә һалҡын һыуға - 50 грамм). Уны стеналарға, түбәгә, түтәлдәргә һиптерегеҙ.

Баҡыр купоросы (бер биҙрә йылы һыуға 100 грамм) иретмәһен дә ҡулланырға ярай. Түтәлдәргә һипкәндә, 10 литр йылы һыуға 50 грамм (1 квадрат метрға - 2 литр). Әммә уны биш йылға бер генә тапҡыр ҡуллана алаһығыҙ. Пленкалы теплицаға 10 литр йылы һыуға - 75 грамм.

Дезинфекциялағанда, бигерәк тә баҡыр купоросы менән эш иткәндә, күҙлек, бирсәткә һәм респиратор файҙаланығыҙ.

Һуңғы ваҡытта көкөрт шашкаһы ла популярлашты. Ул магазинда һатыла. Уны яндырыуға уҡ теплицанан сығып, ишекте яҡшы итеп ябып ҡуйығыҙ. Шул килеш ул ике тәүлек торорға тейеш. Унан һуң бер-ике аҙна елләтегеҙ.

Тупраҡты дезинфекциялау өсөн формалин ҡулланырға мөмкин, ул фитофтораға һәм ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшә. Тупраҡҡа 1 процентлы формалин (1 кв метрға - 200-250 мл) һибегеҙ. Уның менән файҙаланғанда, респиратор кейергә онотмағыҙ.

Тупраҡта ауырыуҙар булмаһа, “Фитоспорин”, “Бактофит”, “Байкал ЭМ-5” препараттарын һиптерергә була. Ике аҙнанан һуң тағын бер ҡат эшкәртегеҙ.

Интернет селтәренән алынды.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: