Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Октябрь 2022, 17:12

Бер осрашыу үҙе бер ғүмер

Беҙ килеп төшкәс, Кинйәғол олатай бер аҙ ҡаушап ҡалды, унан көтөлмәгән ҡунаҡтарға йүгереп йөрөп өҫтәл әҙерләргә кереште. Уның туҡһанды артмаҡларға торғанында ла шул тиклем теремек булыуына, өйөнөң бөхтәлегенә хайран ҡалдыҡ...

Бер осрашыу үҙе бер ғүмер
Бер осрашыу үҙе бер ғүмер

Ошо көндәрҙә бер төркөм яҡташтарыбыҙ - Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең Почетлы кинематографисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, режиссер Рәис Исмәғилев, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, төбәктең Яҙыусылар союзы идаралығы рәйесе Зәки Әлибаев, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, райондың Почетлы гражданины, “Торатау” конгресс-холының директор урынбаҫары Ранис Алтынбаев, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Искәндәр Ғәзизов Урман Рәүәт ауылында йәшәгән башҡорт Робинзоны Кинйәғол Сәлимгәрәевты 89 йәшлек ғүмер байрамы менән ҡотлап ҡайттылар.

Был ауылда ярты тиҫтәнән ашыу яңғыҙ ғүмер иткән, тыуған ауылын, тәүге аҙымдарын яһаған ерҙәрҙе ташлап китергә ҡыймаған, сит ерҙәрҙе үҙ итә алмаған уҙаманға
яҡташтарыбыҙ бүләктәр, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, кейем, аҙыҡ-түлек һәм гәзит-журналдар алып барған.

“Кинйәғол олатай эргәһенә барырға бер ун йыллап ҡына хыялландым һәм яҡташтарыма был идеяны тәҡдим иттем. Тиҙ арала йыйылып, күстәнәстәр һәм бүләктәр алып, юлға сыҡтыҡ. Беҙҙе - ир-егеттәрҙе Урман Рәүәт ауылынаса Инйәрҙән иң шәп ҡатай егеттәренең береһе - Рим Йосопов үҙенең УАЗ-ында, тормош иптәштәребеҙҙе Уҫманғәленән Фаил Йосопов УАЗ Хантер машинаһында алып барып ҡайтты. Ҙур рәхмәт уларға! Ауылға юл насарыраҡ булһа ла, теләк булһа - барырға була. Ҡайһы бер урындағы эре-эре таштар ҙа, һаҙмат ерҙәр ҙә беҙҙең теләккә ҡаршылыҡ була алманы. Сәғәтенә 20-30 саҡрым тиҙлек менән генә тиерлек барырға тура килде.

Беҙ килеп төшкәс, Кинйәғол олатай бер аҙ ҡаушап ҡалды, унан көтөлмәгән ҡунаҡтарға йүгереп йөрөп өҫтәл әҙерләргә кереште. Уның туҡһанды артмаҡларға торғанында ла шул тиклем теремек булыуына, өйөнөң бөхтәлегенә хайран ҡалдыҡ. Хәлебеҙҙән килгәнсә ярҙам итеп, уға үҙ ғүмерендәге беренсе концертты ҡуйып, күңел булғансы аралашып, һөйләшеп ултырҙыҡ, гармунда ла, ҡурай ҙа ла, ҡумыҙҙа ла уйнап күрһәттек.

Ауылдың тәбиғәте шул тиклем матур - дөрөҫөн әйткәндә, хатта ҡайтаһы килмәне. Осрашыу мәңге иҫтә ҡалырлыҡ булды һәм оҙаҡ йылдар күңелдәрҙә һаҡланыр. Киләсәктә был изге ғәмәлде традицияға әйләндерергә тип уйлайбыҙ һәм ваҡыт табып йәнә киләсәкбеҙ әле,” - ти Искәндәр Ғәзизов сәйәхәт тәьҫораттары менән уртаҡлашып.

Ранис Алтынбаев та үҙенсәлекле тормош менән көн күргән уҙаман менән күптән осрашырға теләүен һәм был теләгенең ҡабул булыуына ҡыуанып бөтә алмауын белдерҙе.
Ғөмүмән алғанда, донъя мәшәҡәттәрен, проблемаларын, мәңге бөтмәҫэштәрен бер аҙға ситкә ҡуйып тороп, Кинйәғол олатайҙың хәлен белергә килгән яҡташтарыбыҙҙың һәр ҡайһыһы был көндө күңел йылыһы, рух күтәренкелеге алып, яңғыҙы берауылда ҡалырға йөрьәт иткән олатайҙың сабырлығына, түҙемлегенә, ныҡлығына һоҡланып ҡайтҡандыр.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: