Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Декабрь 2022, 12:20

Башҡорт теле булһын мәңгелек!

Ҡаланың 5-се һанлы”Аҡ сәскә” балалар баҡсаһында Башҡорт теленә һәм бөйөк башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арналған шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте.

Башҡорт теле булһын мәңгелек!
Башҡорт теле булһын мәңгелек!

Ҡаланың Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт модель китапханаһы 5-се һанлы балалар баҡсаһы берлектә ойошторған конкурс башҡорт шағирҙарының әҙәби мираҫын кескәй быуын араһында популярлаштырыуҙы, әҙәби һәм шиғри телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙе, ҡыҙыҡһыныу уятыуҙы маҡсат итеп ҡуйған һәм унда положениеға ярашлы 4-7 йәшлек балалар ҡатнашты.

Сара балаларҙың Башҡортостан Республикаһы Дәүләт гимнын башҡорт һәм рус телдәрендә йырлауы менән асылды. Алып барыусы, Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт модель китапханаһы мөдире Флүрә Шакирова тел - кешеләрҙең күңел асҡысы булыуын, ата-бабаларыбыҙ, боронғолоҡ менән бәйләнеште сағылдырыуын билдәп үтте. Ошоларҙы иҫәпкә алып, был көндө Республикабыҙҙа башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, әҙәбиәтенә бағышланған, тарихи хәтерҙе, мәҙәни традицияларҙы һаҡлауға арналған саралар ойошторолоуын әйтеп үтте.

Унан һуң Мифтахетдин Аҡмулланың тормош юлына, ижадына ҡыҫҡаса байҡау яһаны. Бәләкәстәр башҡарыуында “Тыуған Башҡортостаным!” йыры яңғыраған дан һуң, башҡорт милли кейемдәре кейгән ҡыҙҙар һәм малайҙар жюри алдында сығыш яһаны. Араларында рус милләтенән булған балаларҙың башҡорт телендә шиғыр ятлауы конкурстың мәртәбәһен айырыуса арттырып ебәрҙе.

- Беҙҙең балалар баҡсаһында Башҡорт теле һәм Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөн билдәләү традицияға әйләнгән. Бөгөнгө байрамға беҙҙең бәләкәстәр ата-әсәләре, тәрбиәселәре менән берлектә етди әҙерләнде. Алдан уҡ ҙур әҙерлек
эштәре алып барылды: балалар башҡорттарҙың боронғо көнитмеше, башҡорт яҙыусылары, шағирҙары менән танышты, шиғырҙарына байҡау яһаны, башҡорт халыҡ әкиәттәрен уҡыны. Беҙ, тап ошондай сараларҙа бәләкәйҙән илһөйәрлек тойғоһона нигеҙ һалыныуына, тыуған илгә, Ватаныбыҙға ҡарата һөйөү тәрбиәләнеүенә, үҙ халҡың менән ғорурлыҡ тойғоһо барлыҡҡа килеүенә, уның мәҙәниәтенә ҡарата хөрмәт артыуына һәм башҡорт телен өйрәнеүгә теләк барлыҡҡа килеүенә ышанабыҙ, - ти баҡса мөдире Ольга Гатиятуллина.

Жюри ағзалары фекер алышҡан, урындар билдәләгән арала балалар милли көйҙәр аҫтында флешмобҡа төштө, Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт модель китапханаһы хеҙмәткәре Зөлфиә Харисова төрлө йәнлектәрҙе, предметтарҙы экранда күрһәтеп, балаларға уларҙың башҡортса нисек аталыуҙары тураһында уйын-аңлатма ойошторҙо.
 Шулай итеп, “Смешариктар”, “Тиктормаҫтар”, “Улыбка”, “Теремок”, “Йәйғор”, “Фантазерҙар” төркөмдәренән конкурста ҡатнашҡан16 бала араһында Гран приҙы Семен Сурин (1-се төркөм), I урынды Диана Зәйнетдинова (10-сы төркөм), II урынды Тимофей Захаров (6-сы төркөм), III урынды Камила Ицакова (7-се төркөм) яуланы. Улар Маҡтау ҡағыҙҙары һәм китаптар менән бүлкәләнде. Шулай уҡ конкурста ҡатнашҡан барлыҡ балаларға ҡатнашҡан өсөн Грамоталар тапшырылды.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: