Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Декабрь 2022, 15:41

Рәсәй паспортына эйә булдылар

Белоретта полиция хеҙмәткәрҙәре Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларынан килгән граждандарға Рәсәй Федерацияһы паспорттарын тапшырҙылар.

Рәсәй паспортына эйә булдылар
Рәсәй паспортына эйә булдылар

Ҡалабыҙҙа тантаналы рәүештә Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларынан күсеп килгән граждандарға Рәсәй Федерацияһы паспорттары тапшырылды. Документтар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә әҙер булды. Донецк һәм Луганск Республикаларының 8 кешеһенә көтөп алынған документты Рәсәй Эске эштәр министрлығының миграция һорауҙары буйынса Белорет районы бүлеге начальнигы, полиция майоры Римма Абзалова тапшырҙы. Ул был тантанала ҡатнашыусыларҙың һәр береһен ҡотлап, Рәсәй Конституцияһының яңыртылған тексын тапшырҙы.

- Был минең өсөн иң тулҡынландырғыс мөһим сара, етмәһә бөгөн минең тыуған көнөм. Кременна ҡалаһынан ноябрь аҙағында ғына килеп, бына бөгөн иһә ҡулымда Рәсәй паспортын тотоп торам. Полиция хеҙмәткәрҙәренә ярҙамсыл булғандары һәм оператив эшләгәндәре өсөн рәхмәтлемен. Рәсәй ҡануниәтен боҙмаҫҡа, уның мәҙәниәтен һәм традицияларына тоғро ҡалырға вәғәҙә бирәм, - тине элекке Луганск кешеһе Анна Коляда.

Рәсәй граждандары булып киткән башҡалар ҙа даими рәүештә полиция хеҙмәткәрҙәренән мәғлүмәти һәм практик яҡтан ярҙам алып тороуҙарын белдерҙе.

Билдәле булыуынса, уҙып барған йылда Украинаның 20 элекке граждандары Белоретта Рәсәй Федерацияһы паспорттарына эйә булған.

Гүзәл ДРОНОВА,
Рәсәй Эске эштәр бүлегенең Белорет районы буйынса бүлек хеҙмәткәре.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: