Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Декабрь 2022, 15:30

Ҡыш бабай ветерандарҙы ҡотланы

Н.И. Платонов етәкселегендәге район-ҡала ветерандар Советы, Рәсәй Эске эштәр министрлығының запастағы эске ғәскәрҙәр хәрбиҙәренең хәрби-патриотик йәмәғәт ойошмаһы һәм Белорет районы Росгвардияһының “Белорет эске эштәр ветерандары туғанлығы” активистары ҡатнашлығында 16 һәм 17 декабрҙә 4 Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын - Белоретта йәшәгән Иван Михайлович Лощановты, Ольга Андреевна Плохованы, Иван Павлович Фадеевты, Үрге Әүжәндән Василий Андреевич Федоровты яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотланылар.

Ҡыш бабай ветерандарҙы ҡотланы
Ҡыш бабай ветерандарҙы ҡотланы

Байрамса хәрби музыкаль композиция менән Хәрби диңгеҙ флоты ветераны Виталий Грищенко сығыш  яһаны. Эске эштәр ғәскәрҙәре делегацияһынан ирле-ҡатынлы Марина һәм Сергей Куликовтар Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу булып, ветерандарға ҡотлау һүҙҙәре менән Ветерандар советы һәм “Белорет эске эштәр ветерандары туғанлығы” йәмәғәт ойошмаһының запастағы яугирҙары Әлмират Ғилманов, Руслан Хәмиҙуллин, Сергей Куликов тарафынан әҙерләнгән Яңы йыл бүләктәрен тапшырҙылар. Был акцияға шулай уҡ запастағы моряктар һәм 13-сө мәктәптең уҡытыусылар коллективы ҡушылды. Ветерандар менән осрашыуҙар бик йылы һәм ҡыуаныслы шарттарҙа үтте.
Ветерандар Яңы йыл кәйефе өләшкәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, ҡыҙ һәм егеттәрҙе яҡынлашып килгән байрам менән ҡотлап, һөйөнөшөп ҡалдылар.

Үҙ хәбәрсе.

ҺҮРӘТТӘРҘӘ:ветерандарҙы бүләкләү тантанаһынан күренештәр.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: