Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Февраль 2023, 10:13

Уҡыусылар килде ярҙамға

Ауыл халҡы бер береһенең хәлен, көн итмешен бик асыҡ күреп тора.

Уҡыусылар килде ярҙамға
Уҡыусылар килде ярҙамға

Шунлыҡтан өлөшләтә мобилизацияланған егеттәрҙең ғаилә ағзаларына ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүҙәрен көтөп тормаусылар ҙа бар. Ҡараусыһыҙ ҡалған, башҡалар ярҙамына мохтаж булғандарға иғтибарлы булыу, ярҙам ҡулы һуҙыу сифаттарын тәрбиәләү һәм ойоштороу  мәғариф өлкәһендә эшләгән уҡытыусыларҙың, тәрбиәселәрҙең  тәүмаҡсаттарының береһе булып тора. Ошоно иҫәпкә алып, Инйәрҙең 2-се мәктәбе уҡытыусыһы Наил Рәфил улы Идрисов етәкселегендә  I класс уҡыусыһы Ислам, VI кластан Искәндәр, шулай уҡ VIII һәм X класс егеттәре  махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттең ғаиләһенә  утын ярып, өйөп бирҙеләр.

Ил-йортта оло йөрәкле, ярҙамсыл кешеләр бар саҡта барыһы ла яҡшы буласаҡ, тигән яҡты өмөттәр менән ярҙам ҡулы һуҙған уҡыусылар мҽнән ғорурланайыҡ. Егеттәрҙең яуҙан имен-һау әйләнеп ҡайтыуын, ил-йортобоҙҙа тыныслыҡ булыуын теләйек.

Асия ЙОСОПОВА,

Инйәр ауылы.

Автор:
Читайте нас: