Яңылыҡтар
2 Марта 2023, 09:08

Ир-егеттәр көнөн билдәләп

Абҙаҡ ауыл клубында Ағинәйҙәр һәм “Хазина” фольклор ансамбле ағзалары ҡатнашлығында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған байрам концерты үтте. 

Ир-егеттәр көнөн билдәләпИр-егеттәр көнөн билдәләп
Ир-егеттәр көнөн билдәләп

Байрамда ауыл хакимиәте башлығы Хәмзә Мөхәмәҙиев, Аҡһаҡалдар рәйесе Рәфҡәт Нәжметдинов, Украинала барған хәрби операция барышында һәләк булған яҡташыбыҙ, танкист Александр Анаевтың ата-әсәһе, ауыл халҡы ҡатнашты. Ҡаһарман яҡташыбыҙҙың ата-әсәһенә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров һәм муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта исеменән Рәхмәт хаты һәм бүләктәр тапшырылды, Александр Анаев иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде.

Байрам сараһы һәүәҫкәр артистарҙың матур сығыштары менән үрелеп барҙы.

Автор:
Читайте нас