Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Апрель 2023, 16:49

Ҡотороу - яман сир

Имеҙеүселәрҙең ҡотороу ауырыуы - кеше һәм хайуандар өсөн дөйөм булған айырыуса хәүефле сирҙәр рәтенә инә. Вакцинация - хайуандарҙың ҡотороу сирен иҫкәртеү өсөн берҙән-бер ышаныслы ысул. Ҡотороу ауырыуына ҡаршы прививка хайуандар өсөн яҡшы һөҙөмтә бирә һәм хәүефһеҙ.

Ҡотороу - яман сир
Ҡотороу - яман сир

Беренсе прививка 2 айлыҡ саҡта яһала. Ревакцинация бер йылдан һуң. Хайуанды беренсе вакцинанан һуң 28 көн үткәс зарарһыҙ тип һанарға була.

Вакцина эшләгән ваҡытта хайуан тулыһынса һау булырға тейеш. Бынан тыш, прививкаға тиклем 2 аҙна алдан дегельмитация үткәрергә һәм талпандарҙан, бөрсәләрҙән эшкәртергә кәрәк. Паразиттар хайуандың иммунитетын ғына ҡаҡшатып ҡалмай, организмдың  вакцина препаратына тәҫьирен көсәйтә.

Түбәндә килтерелгән кәңәштәрҙе үтәү һәр саҡ мөһим, айырыуса прививканан һуң хайуандың иммунитеты барлыҡҡа килеп өлгөрмәгәндә (прививканы яңыраҡ эшләткәндә):

- хайуан урамда йөрөгәндә эйәһенең ҡарауы аҫтында булырға тейеш;

- берәҙәк һәм ҡырағай хайуандар менән аралаштырмаҫҡа;

- ҡырағай хайуандарҙы йортта тоторға ярамай;

- урамда, урманда тотҡан терпеләрҙе, башҡа берәҙәк хайуандарҙы өйгә алып ҡайтмағыҙ;

- барлыҡ ҡырағай хайуандар менән арауыҡ тотоғоҙ.

Ҡоторған ҡырағай хайуан ҡулға өйрәтелгән кеүек тойолорға мөмкин, уға яҡын бармағыҙ. Балаларҙы таныш булмаған хайуандар менән бер ҡасан да аралашмаҫҡа өйрәтегеҙ.

Хайуан тешләгән саҡта нимә эшләргә?

  1. Яраны ағып торған һыуҙа яҡшылап йыуырға;
  2. Травмпунктҡа мөрәжәғәт итергә (вакцинациялау талап ителә);

Хайуандың үҙен тотошо, характеры үҙгәреүен күреү менән мөмкин тиклем тиҙерәк ветеринарға мөрәжәғәт итегеҙ.  Ул хужаһына үлемесле хәүеф тыуҙырмаһын өсөн, ҡотороуға ҡаршы вакцина эшләү мотлаҡ. Ҡотороуға ҡаршы вакцина дәүләт ветеринария хеҙмәте тарафынан бушлай эшләнә. Вакцинация буйынса Белорет ҡалаһы, Тюленин урамы, 44-се йорт буйынса район-ҡала ветеринария стацияһына, йәки хеҙмәтләндереү зонаһы буйынса ветеринария учреждениеларына мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Эттәрҙе һәм бесәйҙәрҙе вакцинациялау Белорет ҡалаһы, Тюленин урамы, 44 һәм Чапаев урамы, 313-сө йорт буйынса атҡарыла. Онотмағыҙ, йорт хайуандары был сиргә ҡаршы  йылына бер тапҡыр мотлаҡ вакцинацияланырға тейеш!

Район-ҡала ветеринария станцияһы.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: