Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Апрель 2023, 11:58

Документтарын һорағыҙ

Яҙғыһын ҡош-ҡорт һатыу осоро башлана. Уларҙы Интернет-сайттар, шулай уҡ урамда һатыу иткәнмашиналарҙан алмауығыҙ хәйерле.

Документтарын һорағыҙ
Документтарын һорағыҙ

Беҙҙең районда ауыл хужалығы мал-тыуарҙары һәм ҡош-ҡорттар менән һатыу итеү урындары булдырылған. Ул - фермерҙар баҙары биләмәһе һәм Инйәр ауылында сауҙа майҙансығы. Рөхсәтһеҙ сауҙа иткән һатыусыларҙың хайуандарҙы, ҡош-ҡорттарҙы сығарыу урынын, төрлө ауырыуҙар буйынса эпидемиологик именлеген раҫлаған ветеринар-оҙатыу документтары булмай.

Әлеге ваҡытта Рәсәй Федерацияһында киҫкен респиратор вирус инфекцияһы, Африка чумаһы һәм сусҡаларҙың Африка тағуны буйынса көсөргәнешле эпизоотик хәл күҙәтелә.
Билдәләнгән урындарҙан тыш хайуандарҙы һәм ҡош-ҡортто һатыу фактын белгәндә, район-ҡала ветеринария станцияһына +7 (34792) 4-73-79 телефоны буйынса хәбәр итеүегеҙ һорала. Һатыусыларҙан ветеринар-оҙатыу документтарын һорарға онотмағыҙ.

Район-ҡала ветеринария станцияһы.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: