Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Июнь 2023, 09:39

Илһам ҡанаттарың талмаһын!

Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, муниципаль район Советының “Ағиҙел өҫтөндәге йәйғор” премияһы лауреаты, Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” төбәк яҙыусылар берлеге ағзаһы, ҡәләмдәшебеҙ Зөлфирә СӨЛӘЙМӘНОВАның Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә өлкән йәштәге мәктәп балалары өсөн тәғәйенләнгән  Еҙемемә серҙәр һөйләйем” исемле шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе.

Илһам ҡанаттарың талмаһын!
Илһам ҡанаттарың талмаһын!

Әҙәби-нәфис баҫмала авторҙың төрлө йылдарҙа яҙылған 132 шиғыры тупланған. Баҫманың тиражы 1000 дана.

Зөлфирә Зөлфәр ҡыҙының бығаса “Китап” нәшриәтендә “Нағыш” коллектив авторҙар йыйынтығында “Был донъяға ниҙер әйтәһем бар”, “Тамғалар” йыйынтығында “Ғүмер ҡәҙере”, “Салауат вариҫтары”нда “Йәйғорло көҙ” исемле китаптары донъя күрҙе. 2015 йылда Учалыла “Күңелем моңдары” исемле йыйынтығы баҫылды.
Мәңгелек төшөнсәләрҙе сағылдырып йөрәк түренән сыҡҡан иң изге, саф хистәренән, йөрәк ауаздарынан туғылған шиғырҙарҙа автор башҡорт халҡына, тыуып үҫкән ерҙәренә, Башҡортостаныбыҙға, Белоретҡа, телебеҙгә дан йырлай, кешеләрҙе яҡшылыҡҡа, берҙәм булырға, изге ғәмәлдәр ҡылырға өндәй, тирә-яҡтың матурлығын күрә белергә саҡыра. Йыйынтыҡта шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарға, ир-аттарға, балаларға, тәбиғәт миҙгелдәренә, Еңеү байрамына, атай-әсәйҙәргә арналған ижад емештәре лә урын алған.

Киләсәктә Зөлфирә Сөләймәнованың тормошонда тик уңыштар юлдаш булыуын, өр-яңы китаптары  яңынан-яңы шиғырҙары менән һөйөндөрөп тороуын, үҙенә һәм ғаиләһенә именлек, илһам ҡанаттарының бер ҡасан талмауын теләйбеҙ.

Наил ШАКИРОВ фотолары. 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: