Яңылыҡтар
15 Июня 2023, 04:53

Талаптар теүәл үтәлһен

Талаптарҙы боҙған осраҡта граждандар административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.

Талаптар теүәл үтәлһенТалаптар теүәл үтәлһен
Талаптар теүәл үтәлһен

Хөрмәтле Белорет районы халҡы! Июль аҙағында бөтә донъя мосолмандары изге Ҡорбан байрамын билдәләй. Был осорҙа Башҡортостан Республикаһында эпизоотик һәм ветеринар-санитар хәлдең именлеген тәьмин итеү маҡсатында халыҡҡа хайуандарҙы салған ваҡытта талап ителгән ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәүен һорайбыҙ.

Сәләмәт хайуанды махсус (идентификацияланған номеры, ташыу өсөн ветеринар оҙатыу документтары булған) урындарҙа һатып алырға һәм ҡорбандын махсус урында  салғанда түбәндәгеләрҙе иҫтә тоторға:

- мал һуйыу пункттарында һәм майҙансыҡтарында салыу;

- салған саҡта  шәхси гигиена талаптарын үтәү мотлаҡ;

-  биологик ҡалдыҡтарҙы (мөгөҙ, тояҡ, тире һәм башҡа ҡалдыҡтар) Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалығы министрлығының 626-сы приказына ярашлы ветеринар-санитар ҡағиҙәләренә ярашлы йыйыу, утилләштереү һәм яндырыу юлы менән юҡ итеү.

Биологик ҡалдыҡтарҙы көнкүреш сүп-сар контейнерҙарына ташлау һәм уларҙы сүплектәргә һәм ерләү полигондарына сығарыу ҡәтғи тыйыла.

Биологик ҡалдыҡтарҙы юҡ итеү бурысы хужаларға йөкмәтелә. Салыу ваҡытында алынған биологик ҡалдыҡтар дәүләт ветеринария хеҙмәте контроле аҫтында утилләштерелә.

 Юғарыла күрһәтелгән талаптарҙы боҙған осраҡта граждандар административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.

Килеп тыуған һорауҙар буйынса Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығының ҡыҙыу элемтә телефонына 8-800-77-55-828 мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Район-ҡала ветеринария станцияһы.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас