“Үҫеш биләмәһе” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма етәксеһе Руслан Рафаил улы Зинәтулин да был саранан ситтә ҡалманы. Ул шәхсән нәшриәт йортона килеп, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың ғаиләләренә унлаған баҫманы, шул иҫәптән беҙҙең “Урал” гәзитен яҙҙырҙы.
“Үҫеш биләмәһе” ойошмаһы ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, шулай уҡ социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыу менән мәжғүл һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмай.
Белорет мәғлүмәт үҙәге директоры Гөлнара Фаил ҡыҙы Мөхәмәтғәлина ла изге ғәмәлгә ҡушылды. Ул “Изге подписка” акцияһы сиктәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙың әсәһенә “Урал” гәзитен яҙҙырҙы.
Әйткәндәй, был изге акцияла теләгән һәр кем ҡатнашып, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙың ғаиләһенә яратҡан баҫмаларын бүләк итә ала.
👆Бының өсөн:
- һайланған квитанция менән почта хеҙмәткәре янына барып, йәки мөхәрририәткә килеп “Изге подписка”ны рәсмиләштерегеҙ;
- изгелек эстафетаһын социаль селтәрҙәр аша ике дуҫығыҙға тапшырығыҙ, акциянан фотоны социаль селтәрҙәрҙә урынлаштырығыҙ;
#ДобраяПодписка хештегын күрһәтергә онотмағыҙ.
Шулай уҡ социаль селтәрҙә эстафетаны урынлаштырыу һәм тапшырыу һорала.