Яңылыҡтар
23 Августа 2023, 07:16

Тарихи һәйкәлдәрҙе һаҡлайыҡ

Май айында Мәҙәниәт идаралығына Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығынан Рәсәйҙең хәрби тарихын, үҙ төбәгенең мемориалдарын һәм ҡомартҡыларын һаҡлау һәм популярлаштырыу буйынса дөйөм Рәсәй акцияһына ҡушылыу кәрәклеге тураһында хат килеп төшә.

Тарихи һәйкәлдәрҙе һаҡлайыҡТарихи һәйкәлдәрҙе һаҡлайыҡ
Тарихи һәйкәлдәрҙе һаҡлайыҡ

Бындай объекттарҙы билдәләү бурысы тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәренә йөкмәтелә. Улар быйыл августа Граждандар һуғышының иң драматик эпизодтарының береһе - Урал партизан армияһының аҡ армия тылы буйлап походының башланыуына 105 йыл тулыуын хәтергә төшөрә һәм тәү сиратта Блюхер һәйкәлен төҙөкләндереү, уның тирә-яғын тәртипкә килтереү кәрәк тигән фекергә килә. Шулай уҡ был исемлеккә Мата аръяғы биҫтәһендәге мемориалдарҙы
(12, 24 һәм 40 һәләк булған туғандар ҡәберлектәре) индерәләр.

Шулай итеп, августың тәүге көндәрендә мәҙәниәт һәм музей хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт һәм хәрби-патриотик клубтары ағзалары Блюхер һәйкәле янына “Көньяҡ Урал партизан армияһы. Блюхер рейды” исемле акцияға йыйылды.

Сара башында музей хеҙмәткәрҙәре В.К. Блюхер мемориалы һәм уның партизан армияһы, “Блюхер рейды” менән танышыу экскурсияһы үткәргәс, мәҙәниәт һәм музейхеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр өс мемориалда өмә эшләне.

- Акция алдынан һәр мемориалды йөрөп ҡарап сыҡтыҡ, уларҙың торошон ҡараныҡ, ниндәй эштәр талап ителеүен билдәләнек. Ҡыҙғанысҡа күрә, уларҙың тышҡы күренеше шатландырырлыҡ түгел, айырыуса туғандар ҡәберлектәрендә бик күптән ремонт эшләнмәгән, тирә-яғы тәртипкә килтерелмәгән. Тарихыбыҙҙы һаҡлаған, ҡалабыҙ, районыбыҙ өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булған урындарға киләсәктә иғтибарҙы күберәк бүлербеҙ һәм тейешле кимәлдә тотоу өсөн эштәрҙе дауам итербеҙ.

- Мине Блюхер мемориалы янында мәғлүмәт стенды булмауы күптән борсой ине. Ҡалаға килгән туристар, ҡунаҡтар уның янына барғанда уға ни өсөн һәйкәл ҡуйылыуын һәм кем икәнлеген дә белмәй. Музей хеҙмәткәрҙәре менән берлектә стенд өсөн текст әҙерләнек һәм тиҙҙән был мәғлүмәтте урынлаштырасаҡбыҙ, - тине тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы директоры Елена Миронова.

Был “Көньяҡ Урал партизан армияһы. Блюхер рейды” акцияһы сиктәрендәге эштәрҙең беренсе этабы ғына. Киләсәктә ошо юҫыҡтағы саралар дауам итәсәк.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас