Яңылыҡтар
29 Августа 2023, 05:41

Һуҡырҙарға өҫтәмә мөмкинлектәр

Билдәле булыуынса, 10 сентябрҙә Башҡортостанда Республика Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттарын һайлау үтә.

Һуҡырҙарға өҫтәмә мөмкинлектәрҺуҡырҙарға өҫтәмә мөмкинлектәр
Һуҡырҙарға өҫтәмә мөмкинлектәр

Шуға бәйле эш сәфәре менән Белоретҡа Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары килде. Хоҡуҡи һәм ойоштороу тәьминәте бүлегенең баш консультанты Елена Лысова, Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары Ләйсән Ғарипова һәм Таһир Закиров ҡаланың 1300-сө һайлау участкаһында булды, унда һайлаусыларҙың яҡынса 20 проценты күреү буйынса инвалидтар. Республикала күреү буйынса инвалидтар тупланып йәшәгән урындарҙа тауыш биреү өсөн бөтәһе биш ошондай махсус участка билдәләнгән, уларҙың береһе Белоретта.

Белорет районының территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Эльвира Копытова, һайлау участкаһы рәйесе Анна Копьева Өфөнән килгән коллегаларына участка эше тураһында һөйләне. Мәҫәлән, һайлау көнөндә 1300-сө һайлау комиссияһында сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән һайлаусыларға тауыш биреү өсөн махсус трафареттар, ҙурайтып күрһәтеү лупалары, өҫтәмә яҡтыртыу менән кабиналар, бюллетендәр өсөн стационар йәшниктәргә инеү өсөн ориентир булып хеҙмәт иткән келәм япмаһы, Брайль шрифты менән баҫылған мәғлүмәт материалдары тәҡдим ителә.

Шулай уҡ участкала Йәштәрҙең ял үҙәгенән ирекмәндәр - Татьяна Чижова менән Михаил Михайлов та була, улар һайлау учаткаһы асылғандан алып, аҙағынаса тауыш биреүсе инвалидтарға ярҙам күрһәтәсәк. Әйткәндәй, был участкала тауыш биреү һәр саҡ юғары кимәлдә уҙа. Һайлау участкаһы асылғандан алып халыҡ әүҙем ағыла һәм көндөҙгө сәғәт 12-гә тиклем күреү һәләте буйынса инвалидтар тулыһынса үҙ тауыштарын бирә. Инвалидтарға өйҙә тауыш биреү мөмкинлеге булыуына ҡарамаҫтан, улар һайлау участкаһына килеп, гражданлыҡ бурыстарын үтәүҙе хуп күрә. 

Ирекмәндәргә һайлау алдынан уҡытыуҙар үткәрелә һәм инвалидтар менән нисек эшләү, ниндәй ярҙам күрһәтергә кәрәклеге (өйҙәренән барып алыу, оҙатыу, кандидаттар тураһында белешмә биреү, тауыш бирергә ярҙам итеү һ.б) тураһында аңлатыла.

Эш сәфәре барышында Башҡортостандың  Үҙәк һайлау комиссияһы вәкилдәре Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһының Белорет филиалында күреү һәләте буйынса инвалид һайлаусылар менән дә аралашты һәм сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең һайлауҙа ҡатнашыу проблемаларын һәм ауырлыҡтарын тикшерҙе, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас