Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Август 2023, 11:54

Булмағанды һатҡан

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлеге тәфтишсеһе, Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексының 159-сы статьяһында ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса ҡуҙғатылған биш эпизодлы эште тикшерә.

Булмағанды һатҡан
Булмағанды һатҡан

Белорет районында йәшәгән өс ҡатын  полицияға мөрәжәғәт итеп, социаль селтәрҙә эшләгән енәйәтсенең ҡорбаны булыуҙарын һөйләй. Уларҙың әйтеүенсә, кейем һатыу төркөмдәренең береһендә улар оҡшаған әйберҙәрҙе һайлай, уларҙы һатып алыу өсөн түләй, әммә һөҙөмтәлә тауарҙы алмай. Ике ғариза биреүсе яҡынса 3 мең һумдан, ә өсөнсөһө 8 мең һумдан ашыу аҡсаһынан “ҡолаҡ ҡаҡҡан”.

Тәртип һаҡсылары мутлашыуҙа ғәйепләнеүсенең 24 йәшлек белорет ҡыҙы булыуын асыҡлаған. Ул социаль селтәрҙәрҙең береһендә берләшмә аса, унда кейемде арзан хаҡҡа һатып алырға тәҡдим итә. Ысынлап та, уның бер нәмәһе лә булмай, ә тауарҙарҙың фотоларын ул интернеттан ала. Ғәйепләнеүсе һатып алыусыларға аҡса түләгәс тә кейемде ебәрергә вәғәҙә итә. Шул уҡ ваҡытта ул үҙенең банк картаһының номерын күрһәтә.

- Бер нисә кеше һатыусының ышаныслы булыуына шикләнһә лә, уға аҡсаларын күсергән. Зыян күреүселәр башлыса медицина өлкәһе хеҙмәткәрҙәре. Полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан уларҙың эш урынында иҫкәртеү әңгәмәһе үткәрелгәйне, ләкин тейешле һөҙөмтә бирмәне, - ти тәфтиш бүлеге дознавателе, полиция капитаны Ләйсән Вәлиева.

Ялған һатыусы мутлашыу буйынса енәйәт эше фигуранты булды. Енәйәт эпизодтарының башҡа мөмкин булған ҡорбандары һәм шарттары асыҡлана. Тикшереү дауам итә.

 

Гүзәл ДРОНОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

ФОТО:https://vssm.fa.ru/e-commercenew

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: