Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Ноябрь 2023, 15:27

Иң шәп автобус - беҙҙә

Бөгөн “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы Учалы АТП-һы филалының Белорет колоннаһы  “Yutong” маркалы уңайлы, заманса автобуста “Белорет - Учалы - Силәбе” ҡалалары регион-ара рейс асты.

Иң шәп автобус - беҙҙә
Иң шәп автобус - беҙҙә
  • Автобус бөтә заманса хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә, интерьеры һәм эргономикаһы бик яҡшы, камералар ҡуйылған, кондиционерҙар, ике телевизор бар. Ҡеүәте 400 ат көсөнә яҡын. Рейс ваҡытында Устинов ауылында бер тапҡыр туҡталыш яһай.

Водитель булып эшләүемә 32 йыл, шуның һуңғы 7 йылы - АТП-ла. Бығаса Белорет - Екатеринбург рейсында йөрөнөм, - ти водитель Андрей Викторович Спицын.

“Белорет - Учалы - Силәбе” ҡалалары регион-ара рейсы Белорет автовокзалынан дүшәмбе, йома һәм йәкшәмбе көндәре  иртәнге 11:15 минутта, Силәбе ҡалаһының “Синегорье” автовокзалынан дүшәмбе, йома һәм йәкшәмбе көндәре 19:32 минутта ҡуҙғала.

Юл хаҡы - 920 һум.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: