Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Декабрь 2023, 11:39

Тәүге бүләк - уларҙа

Киләһе 2024 йылға гәзитебеҙгә яҙылып квитанция күсермәләрен редакцияға ебәргәндәр араһында барған “Аҙна бүләге” уйынында тәүге призды Татлы ауылынан ЙОМАҒОЛОВтар ғаиләһе отто.

Тәүге бүләк - уларҙа
Тәүге бүләк - уларҙа

Флүрә Саҙретдин ҡыҙы 40 йыл шәфҡәт туташы, Зариф Заһит улы күп йылдар Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында тракторист булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Миләүшә, Илнур исемле балалар тәрбиәләп үҫтереп, матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығарғандар. Хәҙер инде уларҙың үҙ ғаиләләре бар, тормошта үҙ урындарын тапҡандар. Алты ейән-ейәнсәрҙәренә, бер бүләсәрҙәренә олатай-өләсәй тәрбиәһе биреп, уларҙың уңыштарына һөйөнөп, бәрәкәтле тормошта ғүмер итә улар.

- “Урал” гәзитен хәреф таный башлағандан алып - 1961 йылдан уҡыйбыҙ. Бала саҡта атай-әсәйҙәр алдырһа, хәҙер үҙебеҙ йыл да ҡалдырмай яҙылабыҙ һәм яратып, бер битен дә ҡалдырмай уҡыйбыҙ. Айырыуса хикәйәләр оҡшай, таныштарыбыҙ тураһында уҡып ҡыуанабыҙ.

Киләсәктә лә гәзитебеҙ оҙон ғүмерле булһын, уҡыусыларының һаны артыпторһон. Барыһын да етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлап ныҡлы сәләмәтлек, именлек юлдаш булыуын, донъяла тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыуын теләйбеҙ, - тигән изге теләктәрен еткерҙе Йомағоловтар.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: