Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Декабрь 2023, 11:42

Ҡатынына бысаҡ менән ташланған

Тәфтиш бүлеге үлтереү менән янау тураһындағы енәйәт эшен тикшереүҙе тамамланы.

Ҡатынына бысаҡ менән ташланған
Ҡатынына бысаҡ менән ташланған

Райондың полиция бүлегенең дежур часына ярһыған ҡатын шылтыратып, ире ғауға ҡуптарыуы, һуғышыуы һәм уны үлтереү менән янауы тураһында хәбәр итә.

Был адресҡа шунда уҡ полиция наряды йүнәлә. Йортта, зыян күреүсе һәм бола ҡуптарыусынан тыш, уларҙың өлкән балалары ла була. Полиция хеҙмәткәрҙәре килгәнгә тиклем улдарының береһе атаһын аш-һыу бүлмәһендә тынысландыра, ә ғариза биреүсе кисергәндәренән иҫенә килә.

Ул ирҙең һуңғы ваҡытта спиртлы эсемлектәрҙе артыҡ ҡуллана башлауын, бер нисә көнгә юғалыуын һөйләй. Иртәнсәк тағы бер эскәндән һуң, ул өйҙәгеләрҙе уята һәм сәбәпһеҙ талаша башлай. Һуңынан ул бер нисә тапҡыр ҡатынын туҡмап, уға ултырғыс ташлай. Бәхеткә күрә, ҡатынға етди тән йәрәхәттәре һалмай, әммә ныҡ ҡурҡыта. Шунан һуң ғәйепләнеүсе аш-һыу бүлмәһендәге бысаҡты тотоп ала һәм ҡатынын мыҫҡыллап, үлтереү менән янай.

Өлкән улы үҫмер ҡустыһы менән әсәләрен яҡлаша, ата әсәһе араһында тора һәм атаһын уға яҡын килтермәй. Ҡатын, мөмкинлектән файҙаланып, тәртип һаҡсыларын ярҙамға саҡыра. “Боксер” полиция бүлегенә килтерелә. Айнығас, ир был хәлде көскә иҫенә төшөрә, һәм ғәйебен таный.

Быға тиклем бер ҡасан да закон менән проблемалары булмаған 43 йәшлек ир хәҙер үлтереү менән янау буйынса енәйәт эшендә фигурант булып тора. Әлеге ваҡытта енәйәт эше материалдары судҡа тапшырылған. Ғәйепләнеүсегә ике йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү янай.

Ләйсән КӘШБИЕВА, район буйынса эске эштәр бүлегенең өлкән тәүтикшереүсеһе.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: