Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Декабрь 2023, 10:54

Ололарға хәстәрлек күрелә

Рәсәй Социаль фондының Белорет ҡалаһы һәм районы буйынса Клиент хеҙмәтендә (Киров урамы, 52-се йорт) республикалағы етенсе Өлкән быуындарҙың аралашыу үҙәген асыу тантанаһы үтте һәм муниципаль район хакимиәте, ветерандар советы, “Урал”, “Белорецкий рабочий”, “Металлург” гәзиттәре тарафын 13-сө тапҡыр ойошторолған “Оло кешенең социаль портреты” конкурсына йомғаҡ яһалды.

Ололарға хәстәрлек күрелә
Ололарға хәстәрлек күрелә

Сарала Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе етәксеһе урынбаҫары Лариса Черепанова, район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, Клиент хеҙмәте етәксеһе Константин Полетавкин, ветерандар советы рәйесе Николай Платонов һәм ветерандар ойошмалары активы ҡатнашты.

- Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр үҙәктәрҙә ижад, уҡыу һәм оло йәштәгеләргә бер-береһе менән аралашыу өсөн уңайлы мөхит булдырырға тырыша. Был йәһәттән беҙ урындағы мәҙәниәт учреждениелары, йәмәғәт берекмәләре, медицина һәм башҡа ойошмалар менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Белореттағы үҙәк тә әүҙем эшләр һәм бында һәр ваҡыт ыңғай атмосфера хакимлыҡ итер, тип ышанам, - тип билдәләне Лариса Викторовна.

Үҙәктәрҙең социаль миссияһы - өлкән быуын кешеләренең ялын ойоштороу, хәстәрлек һәм иғтибар атмосфераһын булдырыу, тормош ритмын һәм уға ҡыҙыҡһыныуҙы һаҡлау, үҙ-үҙеңде заманса тормошҡа яраҡлаштырыу өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр асыу. Теүәл бер йыл элек, Башҡортостан Республикаһында беренсе өлкән быуындарҙың аралашыу үҙәге асылды. Беренсе үҙәктең әүҙем эшмәкәрлеге республикала артабан ошондай үҙәктәр асыуға, “көмөш” йәштәге вәкилдәрҙең дуҫлыҡ бәйләнештәрен киңәйтеүгә, компьютер һәм финанс грамоталылығы йәһәтенән өҫтәмә белем алыуына этәргес була.

Үҙәктә ял итеү зоналары,”Ижади оҫтахана”, бәләкәй китапхана, Интернетҡа тоташҡан компьютер, шашка, шахмат өҫтәле, медицина мөйөшө бар. Ғөмүмән алғанда бында һәр кем үҙенә оҡшаған шөғөл таба ала. Киләсәктә унда уҡыу курстары, тренингтар, ижади оҫталыҡ дәрестәре, спорт буйынса турнирҙар һәм башҡалар үткәреү планлаштырыла.

- Хөрмәтле пенсионерҙарыбыҙҙың йылмайыуын күреү ни тиклем ҡыуаныслы. Оло быуын кешеләренә берләшеү, уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар табыу, аралашыу мөһим. Беҙҙең районда ошондай үҙәк асыу хаҡлы ялға сыҡҡан халыҡтың тормошон сифатлы һәм мауыҡтырғыс итергә ярҙам итер, - тине Андрей Иванович.

Өс яҡлы хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылғандан һуң, “Оло йәштәге кешенең социаль портреты”конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Быйыл конкурсҡа  4 тема буйынса 39 баҫма эш килде, улар “Урал”, “Белорецкий рабочий” һәм “Металлург” гәзиттәрендә баҫылып сыҡты. 167 фотоэш электрон рәүештә ҡабул ителде.

“Минең тормошомдағы уҡытыусым һәм остазым” темаһы буйынса Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының IX класс уҡыусыһы Азалия Килдебаева (“Урал” гәзитендәге “Уҡытыусым һәм остазым - олатайым” мәҡәләһе), Нәғимә Шәрипова (“Урал” гәзитендәге “Уҡытыусыларыма рәхмәтлемен” мәҡәләһе), Марина Аверьянова (“Белорецкий рабочий” гәзитендәге “Уҡытыусыға данлы һүҙ” мәҡәләһе) һәм Адель Ғәлинурованың “Олатайым” фотоэше еңеүсе тип билдәләнде.

“Бала саҡ хәтирәләре һәм фотолары” темаһы буйынса Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының VI класс уҡыусыһы Рөстәм Нәбиуллин (“Олатайым тураһында” фотопрезентация), Владимир Данилюк (“Белорецкий рабочий” гәзитендәге “Хәрби разведчик хәтирәләре” мәҡәләһе), Людмила Сударчикова (“Белорецкий рабочий” гәзитендәге “Ат һәм мин генә...” мәҡәләһе), Нина Игунина (“Балалар күҙлегенән” фотоэше), Лидия Карманова (Бала саҡ. 50-60-сы йылдар” фотоэше) иң яҡшылары тип табылды.

“Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух” темаһы буйынса Гөлназ Байрамғәлина (“Урал” гәзитендәге “Хеҙмәте барҙың - хөрмәте бар” мәҡәләһе), Нина Витушкина (“Күңел менән йәшбеҙ” фотоэше), Нина Агеева (“Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух” фотоэше); “Ватан геройҙарына ярҙамға!” темаһында Татьяна Булавина (“Белорецкий рабочий” гәзитендәге “Эшләгәнгә - эш ҡарышмай” мәҡәләһе) һәм металлургия комбинатының ветерандар советы (махсус хәрби операцияға ярҙам итеү буйынса үткәрелгән саралар тураһында әҙерләнгән һәм тәҡдим ителгән материал өсөн) еңеүсе тип табылды.

Шулай уҡ конкурсҡа иң күп һәм үҙенсәлекле эш тәҡдим иткәндәре өсөн Лариса Чернова, Евгений Иванов, Лидия Круглова, Ломовка ауылы халҡы (етәкселәре Елена Белякова)  бүләкләнде. Еңеүселәрҙең барыһына ла Дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Сара һуңында Клиент хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре - Евгения Аксенова, Ульяна Стукалова халыҡҡа дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү йәһәтендәге күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарына; Евгения Костенкова, Елена Нижегородцева, Анна Абрамова, Михаил Шубин, Евгений Ерофеев, Андрей Мясников, Наталья Детина муниципаль район Советының Почет грамоталарына лайыҡ булды.

 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: