Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Ғинуар , 16:21

Байрам көндәрендә ниҙәр булған?

30 декабрҙән 8 ғинуарға тиклем Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенә төрлө ваҡиғалар тураһында 600-гә яҡын хәбәр килгән. 2 - мутлашыу факты, 7 - урлашыу, наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше буйынса бер енәйәт теркәлгән.

Байрам көндәрендә ниҙәр булған?
Байрам көндәрендә ниҙәр булған?

Яңы йылда полиция хеҙмәткәрҙәре көнкүреш низағтары тураһында хәбәрҙәргә йыш сыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фажиғәле һәләк булыусылар менән юл-транспорт ваҡиғаһы ла теркәлгән.

Мәҫәлән, 31 декабрҙә Өфө-Инйәр-Белорет автомобиль юлының 179-сы саҡрымында үлемесле авария була. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, “Лада Гранта” автомобиле водителе, хәүефһеҙлекте тәьмин итмәйенсә, ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сыға һәм “Шевроле Нива” автомобиле менән бәрелешә. Магнитогорск ҡалаһынан 45 йәшлек водитель, уның 45 һәм 15 йәшлек пассажирҙары ашығыс медицина ярҙамы бригадаһы килгәнгә тиклем һәләк була. Межгорье ҡалаһында йәшәгән 21 йәшлек “Шевроле Нива” автомобиле пассажиры йәрәхәтләнә һәм дауаханаға оҙатыла.

31 декабрҙә 36 йәшлек ир полицияға мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итә. Зыян күреүсе әйтеүенсә, Интернет селтәрендә билдәһеҙ кеше автомобиль тәгәрмәстәрен һатыу һылтауы менән 49 мең һум аҡсаһын ала. Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү дауам итә.

1 ғинуарҙа төнгө сәғәт икелә полицияға ҡаланың Суворов урамындағы йортта бысаҡ менән яраланған 1981 йылғы ирҙең кәүҙәһе табылыуы тураһында сигнал килә. Урынға юлланған полиция наряды енәйәтте уның 40 йәшлек күршеһе эшләгәнен асыҡлай. Енәйәт эше ҡуҙғатылған, һаҡ аҫтына алынған ғәйепләнеүсе күрһәтмәләр бирә.

Ғинуар каникулдарында полиция хеҙмәткәрҙәре ғаилә низағтарын тикшерә. Мәҫәлән, 2 ғинуарҙа ҡала дауаханаһына тормош иптәшенән туҡмалған 29 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт итә. 3 ғинуарҙа ошондай уҡ йәрәхәттәр менән медицина ярҙамына 36 йәшлек ҡатын мохтаж була.

Сермән ауылында 26 һәм 40 йәшлек ғаилә ағзалары араһында иреш сыға. Ҡатын хоҡуҡ һаҡлау органдарына ире уға тән йәрәхәттәре һалыуы тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итә.

6 ғинуарҙа Егәҙе ауылынан 72 йәшлек ҡатын тән йәрәхәттәре менән дауаханаға мөрәжәғәт итә. Хоҡуҡ һаҡлаусылар ваҡиға урынына барып еткәс, уның тәненә 44 йәшлек туғаны зыян килтергәнлеген асыҡлай.

8 ғинуарҙа 38 йәшлек Белорет кешеһе ғаилә низағы барышында үҙенә теркәлгән һунар мылтығын сығара һәм 36 йәшлек ҡатынын үлтереү менән янай башлай. Бәхеткә күрә, ул һүҙҙән эшкә күсмәй генә хәл ителә.

Әлеге ваҡытта бөтә факттар буйынса тикшереүҙәр үткәрелә, суд-медицина экспертизалары тәғәйенләнгән, уларҙың һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарарҙар ҡабул ителәсәк.

Гүзәл ДРОНОВА,эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: