Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Февраль , 11:31

Шәхси эшҡыуар алданған

Ошо көндәрҙә Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенә 58 йәшлек шәхси эшҡыуар ҙур сумма аҡсаһын урлаған кешене яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы һорап мөрәжәғәт итте.

Шәхси эшҡыуар алданған
Шәхси эшҡыуар алданған

Ғариза биреүсе популяр мессенджерҙа уға “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы вәкиленән шылтыратыу килеүен һөйләй. Шылтыратыусы мутлашыусылар уның шәхси кабинетын емереп мәғлүмәттәрен файҙаланған, тип хәбәр итә. Сит кеше енәйәтселәрҙең урланған шәхси мәғлүмәттәр ярҙамында мотлаҡ кредит аласағына ышандыра. Уларға ҡамасаулау өсөн, шылтыратыусы эшҡыуарға иҫәптәге бөтә аҡсаны ҡулаҡсаға әйләндерергә һәм уны “хәүефһеҙ иҫәп”кә күсерергә тәҡдим итә.

Ир алданыуын аңламай һәм әңгәмәсенең күрһәтмәләренә буйһона. Ул ике кредит картаһынан 500 мең һум аҡса ала, шулай уҡ 390 мең һумды ҡулаҡсаға әйләндерә. Һуңынан банкомат аша бөтә аҡсаны күрһәтелгән иҫәптәргә күсерә.

 Шуныһы иғтибарға лайыҡ, “Дәүләт хеҙмәттәре” хеҙмәткәренең ялған талаптарының береһе булып, ебәргән хәбәрҙәрен юйыу тора. Унда иҫәп номерҙары, аҡсаны ҡайҙа күсерергә кәрәклеге  (дөрөҫөрәге, кәрәкмәй) күрһәтелә. Дөйөм алғанда, ир мутлашыусыларға 1 миллион 400 мең һум самаһы аҡса күсергән. Бер көндән һуң ул үҙенең алданғанын аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә.

Әлеге ваҡытта был факт буйынса РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 4-се өлөшөндә ҡаралған енәйәт составы билдәләре буйынса  эш ҡуҙғатылған. Енәйәт ҡылыуға ҡағылышы булған кешеләрҙе асыҡлауға йүнәлтелгән бөтә кәрәкле тикшереү эштәре һәм оператив-эҙләү саралары үткәрелә.

Полиция тағы бер тапҡыр иҫкәртә: таныш булмаған кешеләр менән телефон аша аралашҡанда уяу булығыҙ, кем генә тип аталмаһын - банк йәки хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре, кәрәзле элемтә операторы йәки “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы вәкиле. Аферистар менән көрәштә иң яҡшы сара - аралашыуҙы туҡтатыу. Бер ниндәй осраҡта ла сит кешеләр хәбәр иткән иҫәп-хисаптарға һәм телефон номерҙарына аҡса күсермәгеҙ.

Гүзәл ДРОНОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: