Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Февраль , 15:04

Мутлашыусыға - 400 мең һум

Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенә урындағы колледж студенты уға ҡарата мутлыҡ ҡылыуҙары тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итте.

Мутлашыусыға - 400 мең һум
Мутлашыусыға - 400 мең һум

Зыян күреүсе популяр иғландар сайтында олатаһынан ҡалған инвалидтар коляскаһы һәм махсус ҡулайлама һатылыуы тураһында мәғлүмәт урынлаштырған. Тиҙҙән уға ир шылтыратып, әйберҙәрҙе һатып алырға теләүен әйтә. Түләүҙе күсереү өсөн һатып алыусы уға карта номерын ебәреүҙе һорай. Ҡыҙ әңгәмәсеһенә һандар ебәрә һәм шунда уҡ уның икенсе һаҡлыҡ иҫәбе ябылыуы тураһында хәбәр ала. Ғариза биреүсе әйтеүенсә, был иҫәптә ул уҡыу өсөн йыйған 400 мең һум аҡсаһын һаҡлаған.

Төшөнкөлөккә бирелгән ҡыҙ һатып алыусы иргә дәғүә белдерә, әммә ул хата килеп сыҡҡанын һәм аҡсаны кире ҡайтарасағын белдерә. Әммә шылтыратыусы әйтеүенсә, уның банк иҫәбе күсереүҙәр суммаһы буйынса лимиттар менән сикләнгән һәм шул сәбәпле быны өсөнсө кешенең банк картаһына эшләргә кәрәк имеш.

Билдәһеҙ кеше менән өҙлөкһөҙ аралашыу ваҡытында ғариза биреүсе үҙенең банк кабинеты емерелгән булыуын, уға яңы ҡоролманан инеүҙәрен күрә. Уның һүҙҙәренсә, әңгәмәсе уның башын аңлашылмаған операциялар менән бутаған. Һөҙөмтә бер: ул үҙенең йыйған аҡсаһын юғалта. Бынан һуң ялған һатып алыусы менән бәйләнешкә инеү мөмкин булмай.

Белорет ҡыҙы алдашыу ҡорбаны булыуын аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: студент уҡыған колледжда полиция хеҙмәткәрҙәре элек мутлашыу тураһында иҫкәртеү әңгәмәләре үткәргән, әммә был ҡыҙҙы финанс проблемаларынан һаҡламаған.

Мутлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәтсенең шәхесен асыҡлай.

Полиция граждандарҙы уяу булырға саҡыра. Таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ һәм банк картаһы мәғлүмәттәрен бер кемгә лә хәбәр итмәгеҙ.

Гүзәл ДРОНОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

 

 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: