Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Март , 14:52

“Мәңге иҫтә ҡалыр көндәр”

Сочи ҡалаһында халыҡ-ара кимәлдәге ҙур йәштәр сараһы - Бөтә донъя йәштәр фестивале уҙа.

“Мәңге иҫтә ҡалыр көндәр”
“Мәңге иҫтә ҡалыр көндәр”

Фестиваль бизнес, медиа, халыҡ-ара хеҙмәттәшлек, мәҙәниәт, фән, мәғариф, ирекмәнлек һәм хәйриәлек, спорт, йәмәғәт тормошоноң төрлө өлкәләрендәге 20 000 рәсәй һәм сит ил йәш лидерҙарын, шулай уҡ төрлө балалар ойошмалары һәм берләшмәләренән үҫмерҙәрҙе ҡабул итте.

Башҡортостан Республикаһы исеменән 180 йәш егет сығыш яһаны. Шулар араһында Белорет ҡыҙы, Өфө дәүләт нефть техник университетының “Ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында янғын һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеге” бүлеге студенткаһы Лиана СӘЙФУЛЛИНА ла бар.   

  • Фестиваль көндәрендә 800-ҙән ашыу сара үтте. Иртәнән кискә тиклем оҫталыҡ дәрестәре, эшлекле осрашыуҙар, концерттар һәм спектаклдәр ойошторолдо, глобаль темалар буйынса фекер алышабыҙ, форум майҙансыҡтарында эшлекле осрашыуҙар барҙы. Һәр кем көн һайын үҙенә расписание төҙөп, үҙе теләгән, ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле тип һанаған лекцияла ҡатнашты. Фестиваль беренсе көндән үк юғары кимәлдә башланды һәм көндән-көн ҡыҙыҡлыраҡ һәм мауыҡтырғыс булды. Төрлө илдәрҙән килгән йәштәр менән таныштыҡ, тәжрибә уртаҡлаштыҡ һәм яңы белемдәр алдыҡ, илебеҙҙә йәшәгән башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәте, тарихы менән таныштыҡ.

 “Рәсәй рухы” майҙанында бер-беребеҙгә Чебурашкалар бүләк итеү кәйефтәрҙе күтәрҙе. Талисмандың күпме шатлыҡ килтергәнен күрһәгеҙ ине?!

Һәр иртә билдәле спортсылар ҡатнашлығында зарядканан һәм WAKE UP CITY атмосфера шоуынан башланды. Минең өсөн был иң сағыу, мәңге иҫтә ҡаласаҡ матур көндәр булды, - ти Лиана.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: