Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Март , 14:35

Ижад йыһанығыҙ киң булһын!

Иҙел башы төбәгендә йәшәгән талантлы ижадсыларҙың яңынан-яңы китаптары донъя күреүе барыбыҙ өсөн дә шатлыҡлы ваҡиға. Ә күңел түренән сыҡҡан шиғырҙары, хикәйәләре тупланған йыйынтыҡты ҡулға алыу - авторҙар өсөн үҙе бер бәхет.

Ижад йыһанығыҙ киң булһын!
Ижад йыһанығыҙ киң булһын!

Ошо көндәрҙә Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһы ағзалары - Шәрғиә Яҡшыдәүләтова (мәрхүмә), Рәсимә Сәйетғәлина, Рәфиға Ғәлиуллина, Хәлиҙә Бакированың “Тыуған яғым - Ҡатай ере” исемле китабы сыҡты.

Әҙәби-нәфис баҫмала дүрт авторҙың төрлө йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары, хикәйәләре, хәтирәләре һәм уймаҡ хикәйәләре урын алған.

- Интернет селтәрҙәрендәге сәхифәләребеҙгә ҡуйған, “Урал” гәзитендә баҫылғанижад емештәребеҙҙе бергә туплап, йыйынтыҡ итеп баҫтырыу күптәнге хыялыбыҙ ине. Ниһайәт, ҡулыбыҙҙа - буяу еҫе сығып торған китабыбыҙ. Шиғыр-хикәйәләребеҙҙе уҡыусыларыбыҙ, ҡәләмдәштәребеҙ ял минуттарында уҡып кинәнер тип уйлайбыҙ, - ти авторҙар.

Беҙ уларға киләсәктә тағы ла яңы китаптары донъя күреүен, ижад йыһандарының киң, сағыу йондоҙҙарға бай булыуын теләп ҡалабыҙ!

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: