Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Апрель , 16:58

Ҙур сумма аҡсаһынан “ҡолаҡ ҡаҡҡан”

Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенә табип-стоматолог булып эшләгән 64 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт итә.

Ҙур сумма аҡсаһынан “ҡолаҡ ҡаҡҡан”
Ҙур сумма аҡсаһынан “ҡолаҡ ҡаҡҡан”

Ҡатын мутлашыу факты буйынса тикшереү үткәреүҙәрен һорай.

Ғариза биреүсе мессенджерҙа билдәһеҙ номерҙан хәбәр килгәнен һөйләй. Аккаунтҡа стоматология клиникаһы директоры исеме менән ҡултамға ҡуйылған, фотола үҙе лә һүрәтләнгән. Етәксе, тиҙҙән уның менән мәғлүмәт хәүефһеҙлеге белгесе бәйләнешкә инәсәге тураһында иҫкәртә һәм шылтыратыуҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмауын һорай. Һуңынан асыҡланыуынса, ғариза биреүсегә директор үҙе түгел, ә мутлашыусы яҙған. Табипҡа тиҙҙән "хәүефһеҙлек" белгесе шылтыратҡас, ул уның һәр һүҙенә ышана.

Ул енәйәтселәр тарафынан ҡатындың банк иҫәбенән аҡса күсерелгән тип хәбәр итә. Уларҙы тотоу өсөн әңгәмәсе 175 мең һумды икенсе иҫәпкә күсерергә тәҡдим итә, шуның менән уларҙы фаш итергә мөмкинлеген аңлата. Ҡатын ярҙам итергә ризалаша һәм аҡсаны күрһәтелгән иҫәпкә күсерә. Ялған белгес тәүҙә зыян күреүсенең уяулығын ялған дәлилдәр менән йоҡлата, был аҡсаның хәүефһеҙлектә булыуын төрлө дәлилдәр менән раҫлай, ә һуңынан техник хата тураһында хәбәр итә. Шуның сәбәпле иҫәптә булған бөтә аҡсаны ҡулаҡсаға әйләндерергә һәм уны банкомат аша күрһәтелгән реквизиттар буйынса ебәрергә ҡуша.

Ҡатын был этапта ла енәйәтсе менән аралашыуын аңламаған, ә киреһенсә, тирә-яҡтағыларҙан һөйләшеүҙең асылын йәшерә. Мәҫәлән, банк хеҙмәткәрҙәре ҡатындан бер нисә тапҡыр: "Кемдер мәжбүр иттеме? Сит кеше шылтыраттымы? " - тип һорайҙар. Ҡатын телефон мутлашыусыһының күрһәтмәһе буйынса, аҡсаны ейәненә кәрәк тип алдай. Һуңынан, 465 мең һум аҡсаны икенсе банкта енәйәтселәр күрһәткән иҫәптәргә күсерә. Бынан һуң ул әңгәмәселәр менән бәйләнешкә инә алмай, шылтыратыусыларҙың бөтә номерҙары ла һүндерелгән була.

Стоматолог үҙенең етәксеһенә хәлде асыҡларға бара, ул уның мутлашыусыларҙың хәйләһенә эләгеүен аңлата һәм полицияға мөрәжәғәт итергә кәңәш итә.

Был факт буйынса тәфтиш бүлеге енәйәт эше асҡан.

Полиция иҫкәртә: сит кешеләр менән телефон аша, мессенджерҙарҙа һәм социаль селтәрҙәрҙә аралашҡанда уяу булығыҙ. Аҡсағыҙҙы билдәһеҙ иҫәптәргә күсермәгеҙ.

Гүзәл ДРОНОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: