Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Май , 13:08

Һеҙ быларҙы белергә тейеш!

Ҡорбан байрамы алдынан район-ҡала биләмәһенә хайуандарҙы ветеринария хеҙмәте менән килешеүһеҙ, ветеринар оҙатыу документтары һәм карантин сараларыһыҙ индереү тыйылыуы хаҡында иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.

Һеҙ быларҙы белергә тейеш!
Һеҙ быларҙы белергә тейеш!

Махсус билдәләнгән урындарҙа ҡорбан малдарын салырға ниәтләһәгеҙ, ветеринар-санитар ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк:

- Ҡорбан малдарын 30 көн эсендә карантинға ҡуйырға. Карантин сараларын мотлаҡ үткәрергә: ҡанды бруцеллезға, һарыҡтарҙың инфекцион эпидидимиты, дегельминтизацияға диагностик тикшереү үткәрергә.

- Хайуандар Берҙәм мәғлүмәт системаһы - "РегАгро"ла теркәлергә тейеш. Ҡорбан малдарына ветеринар-оҙатыу документтары тултырылырға тейеш.

- Хайуандарҙы салыу урынына махсус йыһазландырылған транспортта килтерергә кәрәк. 

- Биологик ҡалдыҡтарҙы көнкүреш сүп-сар контейнерҙарына ташлау һәм уларҙы сүплектәргә, ерләү полигондарына сығарыу ҡәтғи тыйыла.  - Йорт хайуандарын салыу шәхси ҡулланыу өсөн генә рөхсәт ителә.

Белешмәләр өсөн телефон: +7 (34792) 47379.

Район-ҡала ветеринария станцияһы.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: