Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Май , 17:07

Бүләктәр хужаларын көтә

Хѳрмәтле дуҫтар!

Бүләктәр хужаларын көтә
Бүләктәр хужаларын көтә

2024 йылдың киләһе ярты йыллығына гәзитебеҙгә ташламалы хаҡҡа яҙылыу ѳсѳн 10 июндән 20-нә тиклем декада иғлан ителә.

“Урал”ға яҙылыуҙың декада хаҡтары: 6 айға - 927 һум 78 тин,

3 айға - 463 һум 89 тин.

Декада хаҡтары менән почта бүлексәләрендә, шулай уҡ мөхәрририәткә килеп тә, шылтыратып та яҙылырға мөмкин.

Гәзиттең электрон версияһы 6 айға - 744 һум. Гәзит сыҡҡан кѳндә үк электрон версияһы һеҙҙең телефонығыҙға ватсап, Бәйләнештә селтәре аша, йәки электрон почтағыҙға ебәрелә.

Квитанция күсермәһен почта аша (адресыбыҙ: Белорет ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы,55/1),  йәки фотоға төшөрөп “Урал”дың электрон почтаһына [email protected] ебәрһәгеҙ, редакцияға алып килһәгеҙ “Аҙна һайын бүләк!” уйынында ҡатнашып бүләк отоу мөмкинлеге бар. Әйҙәгеҙ, берҙәмерәк булайыҡ! Бүләктәр хужаларын кѳтә.

Беҙҙең бурыс, һеҙгә тормошта ярҙам итеү, районыбыҙҙа йәшәгән милләттәштәребеҙ, мәғариф, мәҙәниәт өлкәһендә эшләгәндәр, матур һәм татыу ғаиләләр, хеҙмәт һөйгән тырыш кешеләр, һәләтле йәштәр, үҫеп килгән балалар тормошо тураһында яҙыу. Тел-ил яҙмышы, башҡорт донъяһы, матур ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, йолаларыбыҙ, яңы башланғыстар тураһында бәйән итеү. Илдә барған ваҡиғаларҙы яҡтыртыу. Кемдәр башҡорт донъяһында ҡайнап йәшәргә теләй, “Урал”ға яҙылығыҙ! Икенсе ярты йыллыҡта ла беҙҙең менән ҡалығыҙ.

Яҙылығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!

Мѳхәрририәт.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: