Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Июнь , 09:38

Скверға зыян килтергән

Белоретта полиция хеҙмәткәрҙәре “Хәтер баҡсаһы”на зыян килтергән водителдең шәхесен асыҡланы.

Скверға зыян килтергән
Скверға зыян килтергән

Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенә урындағы кеше мөрәжәғәт итеп, билдәһеҙ енәйәтсенең автомобиль менән Ленин исемендәге скверҙың йәйәүлеләр зонаһына килеп инеүен, унда күренекле белорет халҡы хөрмәтенә “Хәтер баҡсаһы” ултыртылыуы хаҡында һөйләй. Водитель йәш шыршыны, ҡыуаҡлыҡтарҙы һәм иҫтәлекле таҡталарҙы зарарлай.

Видеокүҙәтеү камераларынан алынған яҙмалар ярҙамында полиция хеҙмәткәрҙәре был осраҡтың төндә булғанын асыҡлай. Кадрҙарҙа күренеүенсә, “Лада Приора” автомобиле водителе, Ленин урамындағы 69-сы йорт яғынан юлға сыҡҡанда идара итеүҙе юғалтып, скверға үтеп инә. 34 йәшлек автомобиль хужаһы, полиция хеҙмәткәрҙәренә ул төндә руль артында үҙе булмауын белдерә. Машина хужаһы әйтеүенсә, ул ваҡытлыса үҙенең автомобилен 29 йәшлек дуҫына биреп торған. Һорау алған белорет кешеһе, ысынлап та, дуҫының машинаһында юл-транспорт ваҡиғаһы булғанын, әммә, яуаплылыҡтан ҡурҡып юл-транспорт ваҡиғаһы урынын ташлап ҡасҡанын таный.

Ир ҡылған ғәмәле өсөн үкенә, ғариза биреүсенән ғәфү үтенә һәм зыян күргән таҡталарҙы тергеҙергә вәғәҙә итә. Юл-транспорт ваҡиғаһы урынын ҡалдырған өсөн Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре уға ҡарата административ протокол төҙөнө. Ә белорет кешеһе ниндәй яза аласаҡ - йыл ярымға тиклем транспорт саралары менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителәме, әллә 15 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алынамы - мировой судья хәл итәсәк.

Гүзәл ДРОНОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: