Малай йоҙаҡ менән бәйләнмәгән велосипедын йорттоң беренсе ҡатында ҡалдырып, фатирға ингәнен һөйләй. Икенсе көндө үҫмер ике тәгәрмәсле транспорттың юғалғанын күрә.
Оператив-эҙләү саралары барышында полиция хеҙмәткәрҙәре урлашыуҙа фаразланған кешенең шәхесен асыҡлай. Ул 43 йәшлек урында йәшәгән ир булып сыға. Ул ҡулға алына һәм полиция бүлегенә оҙатыла.
Ир ул көндө спиртлы эсемлектәр эскәнен һәм урамда танышҡан ҡатындың Карл Маркс урамындағы әхирәтенә саҡырғанын һөйләй. Төндә ул өйөнә ҡайтырға йыйына. Көслө ямғыр яуа, ниңәлер күрше подъезға инергә ҡарар итә. Ул баҫҡыс аҫтында велосипедтарҙы күрә, уларҙың береһе йоҙаҡ менән бәйләнмәгән була. Ямғырҙа йәйәү йөрөргә теләмәй уны подъездан сығара һәм Точисский урамындағы үҙ йортона юллана. Подъезға ҡуйғас урланған транспортты бер нисә көн файҙаланмаҫҡа ҡарар итә, сөнки уны хужаһы һәм полиция эҙләйәсәген аңлай.
Тиҙҙән полиция хеҙмәткәрҙәре юғалған велосипедтың ҡайҙалығын асыҡлай, әммә ғәйепләнеүсе башта уның подъезына был мөлкәттең ҡайҙан килеп эләгеүен белмәмеш була, һуңынан ҡылған эштәрен таный. Уның әйтеүенсә, урлашыу ваҡытында ул иҫерек була, ә иртән велосипедты ниндәй адрестан алғанын хәтерләмәй.
Иргә ҡарата урлашыу тураһында енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әлеге ваҡытта тикшереү тамамланған, материалдар судҡа ҡарау өсөн тапшырылған.
Анна МИТЮШКИНА, район буйынса эске эштәр бүлеге начальнигы.