+12 °С
Облачно
Был участкала иртәнге сәғәт һигеҙҙән алып, граждандар бер туҡтауһыҙ ағыла. Ололар ҙа, йәштәр ҙә һайлауға етди ҡарай, гражданлыҡ бурыстарын үтәргә тырыша.
- Был көндөң әһәмиәтен халыҡ яҡшы аңлай, республикабыҙҙың киләсәгенә яуаплы ҡарайҙар. Күптәр ғаиләләре менән килә. Балалары менән килгәндәр уларға был көндөң һәр кем өсөн мөһим булыуын бәләкәйҙән төшөндөрә. Башҡа көндәрҙә лә һайлаусылар актив булыр тип ышанабыҙ, - ти һайлау участкаһы ағзалары.