Бында Йәмәғәт палатаһынан, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһынан, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр бар.
- Һайлау участкаһы асылырға бер нисә минут ҡалғанда ишек алдында кешеләр көтөп тора ине. Ололар ҙа, йәштәр ҙә, тәүләп һайлаусылар ҙа актив ағыла. Ололар, һаулыҡтары буйынса мөмкенлектәре сикләнгәндәр, бәләкәй балаларын ҡалдырырға кешеләре булмау сәбәпле һайлау участкаһына килә алмағандар күп кенә. Һайлау комиссияһы ағзалары өйҙәр буйлап йөрөп, һайлау буйынса аңлатма биргән саҡта, улар шунда уҡ заявка бирҙе. Бөгөн дә шылтыратыусылар бар. Махсус ҡумта менән участка ағзалары улар әйткән ваҡытҡа өйҙәренә барасаҡ.
Төш ваҡытында балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренә 3D ручкаһы менән беләҙек эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәреләсәк.
Һайлаусыларыбыҙҙың активлығы ҡыуандыра һәм беҙ уларҙың барыһын да көтөп ҡалабыҙ, - ти участка рәйесе Елена Валерьевна Байбордина.