Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2024, 18:06

Йәмәғәт палатаһы вәкиле - һайлау участкаларында

Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы вәкиле Артур Ғилманов Белорет районының һайлау участкаларында булды һәм территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Эльвира Копытова менән осрашты.

Йәмәғәт палатаһы вәкиле - һайлау участкаларында
Йәмәғәт палатаһы вәкиле - һайлау участкаларында

- Бөтә һайлау комиссиялары штат режимында эшләй, бөтә ерҙә лә хәл яҡшы, тауыш биреү өсөн бөтә кәрәкле шарттар булдырылған, хәүефһеҙлек мәсьәләләренә иғтибар бүленгән. Һайлаусылар әүҙемлек күрһәтә, - тип билдәләне  Артур Ғилманов.

Белорет районының территориаль һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса 8 сентябргә иртәнге сәғәт 10-ға тиклем һайлаусыларҙың 55,9 проценты тауыш биргән.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: