Ниндәйҙер мәшәҡәттәре булыу сәбәпле, тәүге көндәрҙә тауыш бирә алмағандар сәйәси мөһим ваҡиғала ҡатнашып ҡалырға ашыға.
Шайморат Нур улы Саматов рәйеслек иткән участкала Әлфиә Баһауетдинова, Ғәзимә Мырҙагилдина, Лилиә Хәлилова, Эльвира Әбйәлилова, Вилиә Мөхәмәтшина һайлаусыларҙы асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала. Балалары менән килгән Света һәм Рәдиф Солтановтар, Элина һәм Рөстәм Хәсәновтар уларға был көндөң һәр кем өсөн мөһимлеген аңлатырға тырыша.
Иң оло һайлаусыларҙың береһе Рәшиҙә Баһауитдинованың үҙ ғүмерендә бер генә лә һайлауҙы ҡалдырғаны юҡ. Уның әйтеүенсә, һәр һайлау уға байрам көнөн хәтерләтә.
Гөлфинә Ғәләүетдинова, Рәүилә Мөхәмәтшина, Айгөл Закирова, Флүзә Ғәләүетдинова башҡорт милли кейемендә һайлауға килеүе үҙе бер йәм булды.
- Һайлауға барыу - илебеҙҙең киләсәген хәл итеүҙә ҡатнашыуҙы ғына аңлатмай, беҙҙең, киләһе быуындың яҙмышын хәл итә. Элек һайлау көндәрендә эштә тороп ҡалған саҡтарым булды. Өс көн тауыш биреү мөмкин булыуы, минең кеүек сменалап эшләгәндәр өсөн бик уңайлы, - ти гәзитебеҙҙең күптәнге дуҫы Сәүиә Солтанова.
Өйҙә тауыш биргән ағинәй - Флүрә Рәхмәтуллина һайлауҙа лайыҡлы етәксенең еңеп сығыуын, илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашыуын, барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, именлек теләне.