Ҡатын һөйләүенсә, уның менән картуф баҡсаһы сиктәш булған 63 йәшлек ауылдашы участкалары араһындағы ҡойманы яңыртырға ҡарар итә. Ғариза биреүсенең фекеренсә, ул яңы ҡойма таяуҙарын уның баҡсаһы яғына күсереп, намыҫһыҙ эшләгән. Ҡатын бер нисә тапҡыр иргә иҫкәрмәләр яһай, ер участкалары сиктәрен боҙмауын һорай, әммә ир уны иғтибарһыҙ ҡалдыра.
Ғәйепләнеүсе сираттағы бағана өсөн соҡор ҡаҙыған мәлдә лә күршеһе менән әрләшеүен дауам итә. Асыулы ир яуап итеп көрәк менән күршеһенең маңлайына бер тапҡыр һуға. Был хәлдән һуң үҙен насар тойған ҡатын ауыл дауаханаһына мөрәжәғәт итә.
Суд-медицина экспертизаһы күрһәтеүенсә, ғариза биреүсенең башы йәрәхәтләнгән, һаулығына еңелсә зыян килгән.
Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таный, ҡылған ғәмәленә үкенә. Ул енәйәт эше фигуранты булды. Әлеге ваҡытта тикшереү тамамланған. Уның яҙмышын суд хәл итә.