Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Сентябрь , 16:10

Бәхил бул, шағир!

Бөгөн Абҙаҡ ауылында күренекле яҡташыбыҙ, шағир һәм журналист Әхмәҙин Мөхәмәтдин улы Әфтәхетдиновты һуңғы юлға оҙаттылар.

Бәхил бул, шағир!
Бәхил бул, шағир!

Шағир менән хушлашыу сараһын ауыл хакимиәте башлығы Хәмзә Мѳхәмәҙиев асты. Һуңынан әҙип тураһында йылы һүҙҙәр менән ҡәләмдәштәре «Шоңҡар» журналының баш мөхәррире,  яҙыусы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, Башҡортостан Республикаһының  Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Айгиз Баймѳхәмәтов, «Башҡортостан» нәшриәт йортоноң Республика мәғлүмәт үҙәге директоры Айнур Дәүләтбәков,  яҙыусы, "Ағиҙел" журналы хеҙмәткәре, шағир һәм журналист  Әхмәр  Үтәбай, "Тамаша" журналының баш мѳхәррире Илшат Зарипов, "Шоңҡар" журналы хеҙмәткәре, яҙыусы-сатирик Венер Исхаҡов, хәләл ефете Римма ханым сығыш яһанылар. 

Билдәле уҙаман менән хушлашырға туғандары, ауылдаштары, дуҫтары, әҙипте хөрмәт иткән кешеләр йыйылды. Улар Әхмәҙин Әфтәх тураһындағы йылы хәтирәләре менән уртаҡлашып, уның изге күңелле, итәғәтле, кешелекле һәм кеселекле булыуын телгә алды, яҡындарына сабырлыҡ теләне. Бәхил бул, хөрмәтле яҡташыбыҙ! Әҙип тураһындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.  Мәрхүмдең йәне йәннәттә, ауыр тупрағы еңел, ҡараңғы гүре нурлы булһын.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: