Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Октябрь , 12:59

Икеләтелгән поезд йөрөйәсәк

5 октябрҙән Өфө - Белорет маршруты буйынса 10 вагондан торған икеләтелгән "Финист" электропоезды йөрөй башлай.

Икеләтелгән поезд йөрөйәсәк
Икеләтелгән поезд йөрөйәсәк

Ҡарар пассажирҙарҙың мөрәжәғәте буйынса ҡабул ителгән.

Сентябрь айында туристар ағымын тәьмин итеү өсөн ял көндәрендә икеләтелгән поездар ебәрелгән. Тәжрибә уңышлы булып сыға - был популяр йүнәлештә пассажирҙар ағымы һәр саҡ ҙур. "Финиса"тың 10 вагонында 820 урын иҫәпләнә, максималь һыйҙырышлылығы 2,4 меңдән ашыу кеше.

Ҡала яны поезы Өфөнән иртәнге 7:07 сәғәттә ҡуҙғалып, 12:36 сәғәттә Белоретҡа килеп етә. Кире йүнәлештә юлға 17:33 сәғәттә ҡуҙғала һәм Өфөгә 22:19 сәғәттә килә.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: