Механик зыян күргән 921 юл-транспорт ваҡиғаһы булған.
16 йәшкә тиклемге бәлиғ булмаған балалар ҡатнашлығында 9 юл-транспорт ваҡиғаһы осраған, уларҙа 2 бала һәләк булған, 9 кеше төрлө ауырлыҡтағы тән йәрәхәттәре алған.
Иҫерек килеш автомобиль менән идара итеүселәр ҡатнашлығында 6 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән уларҙа 1 кеше һәләк булған һәм 13 кеше имгәнгән.
Йәйәүлеләр ҡатнашлығында 17 юл-транспорт ваҡиғаһы була, уларҙа 3 йәйәүле һәләк була, 14 кеше яралана.
7 октябрҙә киске сәғәт 9-ҙа Өфө - Инйәр - Белорет автомобиль юлының 217-се саҡрымында, Сузуки Лиана автомашинаһы менән идара иткән водитель хәрәкәт һыҙатында торған йәйәүлегә бәрелә. Юл-транспорт фажиғәһе һөҙөмтәһендә, йәйәүле тиҙ ярҙам машинаһы килгәнгә тиклем, йәрәхәттәрҙән урында вафат була.
Хөрмәтле йәйәүлеләр!
Ҡараңғы ваҡытта водителдәргә йәйәүлеләрҙе күреү ауыр. Мәҫәлән, ҡара кейемдәге йәйәүле фар яҡтыһында 10 метр алыҫлыҡтан ғына күренә, ә асыҡ кейемдә 50 метрҙан ғына. Тик яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтарҙы ҡулланыу ғына йәйәүлене 140 метрҙан күреү мөмкинлеген бирә, был водителгә тиҙлекте кәметеү буйынса саралар күрергә мөмкинлек бирә.
Йәйәүлеләр, велосипедта йөрөүселәр һәм башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар, кейемдәрегеҙҙә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар урынлаштырығыҙ, юлдарҙа күренеп тороғоҙ!
Хөрмәтле юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар!
Әгәр һеҙ юл-транспорт ваҡиғаһына йәки юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуға, транспорт менән эскән килеш идара итеүгә шаһит булһағыҙ, Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының 8(347)279-32-92 Ҡыҙыу линия телефонына, шулай уҡ Башҡортостан дәүләт Автоинспекцияһының телеграм менеджеры чат-бот каналы буйынса хәбәр итергә кәрәк @GIBDDRB_02bot. Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенең Дежур часы телефоны: 8(347)-3-24-02.
Хәбәрҙә хоҡуҡ боҙоу урыны тураһында мәғлүмәтте, мөмкин тиклем теүәл адресты күрһәтеп, ваҡиғаны, автомобилдең дәүләт номерын һәм уның хәрәкәт маршрутын ҡыҫҡаса тасуирларға, шулай уҡ хоҡуҡ боҙоуҙың фотоһын һәм видеоһын ҡуйырға кәрәк.
Айгөл ӘХМӘТЙӘНОВА, полицияның кесе лейтенанты, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспектор.