- Башҡорт булғаныбыҙ ѳсѳн, - ти ҡаланың Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт модель китапхана етәксеһе Флүрә Абдулхай ҡыҙы Шакирова.
- Бөгөн, бер ваҡытта булмағанса, берҙән-бер башҡорт телендә сыҡҡан “Урал” гәзитенә беҙ терәк булырға, уны һаҡларға, ваҡытында яҙылырға тейешбеҙ. Мин һәр ваҡыт үҙемә шундай һорау ҡуям: “Был гәзиткә ни өсөн яҙылыу мѳһим?" Иң беренсе, минең уйымса, башҡорт булғаныбыҙ өсөн. Башҡорт гәзитен башҡорттар ғына һаҡлап алып ҡаласаҡ. Икенсенән, ҡала-районда булған ваҡиғалар, яңылыҡтар, рухты күтәрерҙәй мәҡәләләр башҡорт телендә баҫылып, тик “Урал” гәзите аша ғына халыҡҡа алып барып еткерелә.
Башҡорт саралары, ғѳрѳф-ғәҙәттәребеҙ, тарихыбыҙ, милләтебеҙҙең абруйлы шәхестәре тураһында тик башҡорт гәзитендә генә уҡый алабыҙ. Бына шуның өсөн дә гәзиткә әүҙем яҙылырға тейешбеҙ. Үҙ телебеҙҙә сыҡҡан берҙән-бер баҫманы юҡҡа сығармайыҡ. “Урал”ды алдырыу, таратыу, яҙылырға өгөтләү һәр кемдең мөҡәддәс бурысы булып ҡалырға тейеш.
Беҙ, китапхана хеҙмәткәрҙәре булараҡ, быны бик яҡшы аңлайбыҙ, бик күп мәғлүмәтте ошо гәзиттә баҫтырабыҙ һәм үҙебеҙ ѳсѳндә бик күп кәрәкле мәғлүмәттәр алабыҙ. Йыл һайын яратҡан гәзитебеҙгә яҙылабыҙ һәм һеҙҙе лә саҡырабыҙ, сөнки “Урал” гәзите хеҙмәткәрҙәре заман һулышын тойоп берҙәм эшләйҙәр. Гәзиткә яҙылыусыларҙы дәртләндереү маҡсатында шундай матур бүләктәр ҙә уйнаталар. Мин ошо лотерея уйынында ҡатнашып, бүләк отоуыма бик шатмын.
Әйҙәгеҙ, милләттәштәр, гәзиттең тиражын арттырыу өҫтөндә нығыраҡ эшләйек, гәзитебеҙҙе һаҡлап алып ҡалайыҡ. Маңҡорт башҡорт түгел, рухлы башҡорт булайыҡ.
Флүрә Абдулхай ҡыҙы 1998 йылдан алып башҡорт китапханаһында етәксе булып эшләй һәм башҡорт телен үҫтереүгә, пропагандалауға ифрат ҙур өлөш индерә. Беҙ уға артабан да эшендә ҙур уңыштар, асыштар теләйбеҙ.
Мѳхәрририәт 2025 йылдың беренсе ярты йыллығына гәзиткә яҙылыусылар араһында бик күп бүләктәр оттора. Беҙ бүләк отоусылар тураһында гәзиттә яҙып барабыҙ. Тѳп бүләк: ит турағыс! Бүләк лотерея уйынында ҡатнашырға теләүселәрҙән абонементтары күсермәләре мѳхәрририәткә килеп бѳткәс, Яңы йыл алдынан, 24 декабрь уйнатыла.
МӨХӘРРИРИӘТ.